Ипотека алғандар арта17.09.2018
Быйыл һигеҙ айҙа “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтар реестрына ипотека тураһында 62 582 яҙма индергән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 35,7 процентҡа күберәк.

Шулай уҡ төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы договорҙар һаны ла үҫкән. Һигеҙ айҙа 13 180 килешеү теркәлгән. Былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 24 процентҡа артығыраҡ.

Билдәләнгән осорҙа күсемһеҙ милек объекттарына теркәлгән хоҡуҡтар, шулай уҡ хоҡуҡтарҙы сикләү буйынса 467 621 осраҡ күҙәтелгән. 2017 йылдың һигеҙ айында был күрһәткес 1,4 процентҡа түбәнерәк булған.


Вернуться назад