Хат-хәбәрҙе ваҡытында алырһығыҙ11.05.2012
Башҡортостанда хат һәм башҡа почта корреспонденцияһын ташыу йылдамлашты. Быйыл тәүге кварталда был күрһәткес 96,76 процент тәшкил иткән. Хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе иң элек почта маршруттарын ҡулайлаштырыуға һәм етештереүҙе яңыртыуға бәйле.
“Рәсәй почтаһы” предприятиеһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2011 йыл предприятиела халыҡ-ара хат-хәбәрҙе халыҡҡа еткереү тиҙлеген арттырыуға арналған. Инфраструктураны яңыртыу менән киңәйтеү ҙә эштең сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән. Яңы йыл осоронда тотҡарлыҡ булмаған.
Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт квартал һайын хат ташыуҙағы хәлде тикшерә. Уның һөҙөмтәһендә предприятиела барған үҙгәрештәргә анализ яһала. Күрһәткестәргә ҡарағанда, былтыр улар билдәләнгән нормативҡа тап килгән.
“Рәсәй почтаһы” быйыл ил буйынса тәү сиратта ҙур ҡалаларҙа корреспонденция ташыу тиҙлеген арттырыу һәм хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу буйынса эште дауам итәсәк.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад