Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы рәсми сайттағы ашығыс белдереүендә Башҡортостанда бишенсе, йәғни иң юғары янғын хәүефе класын ғәмәлгә индереү хаҡында хәбәр итте. Ошоға бәйле ҡотҡарыусылар һаҡлыҡ сараһы күреүҙе, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе һорай.
Урманда янғын сыҡҡанда 101 номерына шылтыратырға;
Урманда янғын ҙур булмаһа, уны үҙаллы һүндерергә тырышығыҙ;
Эргәлә һыу ятҡылығы бар икән, шунан һыу ташып, шулай уҡ тупраҡ ырғытып, утты һүндерегеҙ;
Янғынды һүндереү өсөн ағас ботаҡтарын, еңеш кейем-һалым ҡулланығыҙ;
Ағас ботаҡтарын да, кейемде лә янып китмәһен өсөн әленән-әле әйләндереп файҙаланығыҙ;
Утты һүндергәс, ҡайтанан янғын сыҡмауына инанығыҙ;
Янғын көслө булһа, был урындан китегеҙ, елгә ҡаршы барырға тырышығыҙ;
Төтөн көслө булһа ауыҙҙы һәм танауҙы еүеш сепрәк менән ҡаплағыҙ;
Ҡырҡынтынан, йылға ярынан барырға тырышығыҙ.
Шулай уҡ кипкән үләнде яндырмаҫҡа, урман, ҡаралтылар янында усаҡ яҡмаҫҡа, һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен, шырпы ташламаҫҡа, балаларҙы ут менән уйнауҙан тыйырға кәңәш ителә. Баҡсала, баҫыуҙа эшләгәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү шарт.