Был аҙнала Өфөлә баш һәм муйын сирҙәрен иртә диагностикалау акцияһы уҙғарыла. Ул 19 – 20 сентябрҙә муниципаль-ара онкология үҙәктәрендә: 13-сө ҡала клиник дауаханаһында һәм 32, 43, 50-се поликлиникаларҙа ойошторола.
Тикшереүҙе онколог, стоматолог, лор-табип, дерматолог һәм эндокринолог составындағы мультидисциплинар команда үткәрә. Сара иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем дауам итә. Үҙегеҙ менән паспорт һәм медицина полисын алыу һорала.
Тикшереү сараһына килгәндәрҙең барыһы ла белгестәр менән кәңәшләшә ала. Шулай уҡ пациенттарҙың өҫтәмә тикшереүгә лә ебәрелеүе ихтимал.