Калуга өлкәһендә III “Төркиҙәр алтыны” Бөтә Рәсәй төрки йәштәр форумы асылды. Ул Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен үҙ-ара байытыу юлы менән йәштәр мөхитендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә булышлыҡ итеү маҡсатында Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан үткәрелә.
Форумға Рәсәйҙең 20 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Тажикстандан, Үзбәкстандан 147 ҡатнашыусы килде. Улар араһында Башҡортостан
вәкилдәре лә бар. Сараға тағы ла бер нисә делегацияның килеүе көтөлә.
Форум барышында төрлө дәрестәр, панель дискуссиялары, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, проекттар буйынса эш, башҡа төбәктәр мәҙәниәте менән танышыу ҡарала.