Өфөлә “Эшкә велосипедта” акцияһы башланды. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ике тәгәрмәсле транспортҡа ултырып, офисҡа юлланырға ғына кәрәк. Сараның төп маҡсаты – ҡала халҡына велосипедтың сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуы һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян итмәүе хаҡында иҫкәртеү. Ғалимдарҙың фекеренсә, велосипедта 30 минут йөрөү организмдың физик әүҙемлеккә көндәлек ихтыяжын ҡаплай, хәүефле сирҙәргә кәртә ҡуя, ябығырға ярҙам итә.
Әле Башҡортостандың баш ҡалаһында энергетик нөктәләр эшләй. Уларҙа һыу һәм сувенирҙар алырға мөмкин. Бындай пункттар 7 сәғәт 30 минуттан көндөҙгө 12-гә тиклем “Аграр университет” туҡталышында, Жуков–Гагарин урамдары киҫелешендәге “Олимп” сауҙа үҙәге эргәһендә, Беренсе Май–Ульяновтар урамдары киҫелешендә ойошторолған.
Велосипед эко-акцияһы 23 сентябргә тиклем дауам итә. Уны шулай уҡ башҡа ҡала, район хакимиәттәре, социаль, медицина, мәғариф һәм мәҙәниәт
учреждениелары хуплап сыҡты.