Башҡортостанда беренсе экотехнопаркта ҡалдыҡтарҙан пластик һәм альтернатив яғыулыҡ етештерәләр. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы тәрән эшкәртеү буйынса майҙансыҡ өсөнсө хеҙмәтләндереү зонаһы ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса төбәк операторы – «Эко-Сити» компанияһы базаһында асыла. Ул Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары биләмәһен уратып ала.
Экотехнопарк булдырыу тураһында килешеү Ишембай ҡалаһында Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов рәйеслегендә уҙған күсмә кәңәшмәлә төҙөлдө. Кластер биләмәһендә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә заманса проекттар уйлап табыу тураһында «ЭКО-Сити» төбәк операторы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты килеште.
Экотехнопарк фәнде һәм етештереүҙе берләштереүсе майҙансыҡҡа әйләнер тип күҙаллана. Уның биләмәһендә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә заманса проекттар тормошҡа ашырыла. Тулы технологик циклды: сүп-сарҙы эшкәртеүҙе, утилләштереүҙе һәм зарарһыҙландырыуҙы тәьмин итәсәк объекттар барлыҡҡа килә.
Атап әйткәндә, Ишембайҙа сортлау заводы базаһында ҡалдыҡтарҙы тәрән эшкәртеү ойошторола. Шул иҫәптән, органик ҡалдыҡтарҙан (аҙыҡ-түлек һәм үҫемлек сүп-сары) серетмә етештереләсәк. Уны үҙ ваҡытын эшләгән полигондарҙы тергеҙеү өсөн файҙаланыу күҙаллана. Ҡалған ҡалдыҡтарҙан RDF-яғыулыҡ етештерергә мөмкин була. Бының өсөн компания әле махсус завод төҙөү мәсьәләһен хәл итә. Шулай уҡ «ЭКО-Сити» компаниялар төркөмө Башҡортостанда беренсе булып пластик етештерә башлай.
«Беҙ проектҡа ҙур өмөт бағлайбыҙ. Беҙҙең экотехнопаркка асыштары һәм технологиялары менән ғалимдар киләсәк. Шуныһы айырыуса мөһим, улар араһында йәш ғалимдар ҙа буласаҡ, — тине «ЭКО-Сити» төбәк операторы генераль директоры Семен Земсков. — Беҙҙең бурыс – төбәктә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағын бөтөнләй яңы кимәлгә сығарыу. Алдынғы тәжрибәләрҙе ҡулланыу ҡалдыҡтарҙы күмеүҙе кәметергә, тимәк, тирә-яҡ мөхитте һаҡларға мөмкинлек бирәсәк».
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Наталья Логунова һүҙҙәренсә, бөгөн урындағы сортлау линияларында алынған икенсе матди ресурстарҙың бер өлөшө төбәктән ситкә – Свердловск һәм Силәбе өлкәләренә, Удмуртияға һәм Татарстанға эшкәртеүгә китә. Республика биләмәһендә үҙ заводтарыбыҙҙы төҙөү – ул кәрәклек.
3-се эшмәкәрлек зонаһында бөгөнгә сүп-сар ташыу буйынса 27 транспорт компанияһы эшләй. 2014 йылдан компания ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм күмеү буйынса завод һәм уларҙы ҡайтанан эшкәртеү һәм күмеү буйынса комплекс эшләтеп ебәрҙе. Ул йылына 200 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртергә мөмкинлек бирә.