Банкрот предприятиенан эш хаҡын нисек түләтергә?11.05.2012
Һуңғы арала арбитраж идарасыларҙың эшмәкәрлеге, бөлгөнлөккә дусар ителгән предприятие хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын ала алмауы тураһындағы мәсьәләләр республиканың киң мәғлүмәт сараларында йыш күтәрелә. Ошоға бәйле, ҡайһы бер һорауҙарға асыҡлыҡ индереү маҡсатында, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Динара Марс ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВАҒА мөрәжәғәт иттек.
— Арбитраж идарасыларҙың эшенә юҡ-юҡта дәғүәләр ишетелеп ҡала. Уларҙы предприятиеларға кем тәғәйенләй, эшмәкәрлектәрен кем күҙәтә?
— Тәүҙә шуны аныҡлап китергә теләр инем: банкротлыҡ стадияһына ҡарап, арбитраж идарасылар төрлөсә атап йөрөтөлә: ваҡытлыса идарасы, административ идарасы, тышҡы идарасы, конкурс идарасыһы.
Банкротлыҡ тураһындағы 127-се Федераль законға ярашлы, арбитраж идарасыларҙы теге йәки был предприятиеға банкротлыҡ эшен асыусыларҙың, кредиторҙарҙың ғаризаһы нигеҙендә арбитраж суд тәғәйенләй. Әгәр ҙә кредиторҙар, йәғни бурыслы предприятиеға матди дәғүәләре булған кешеләр йәки ойошмалар бер кемде лә тәҡдим итмәй икән, тәғәйенләү процедураһы үҙгәрә. Был осраҡта кредиторҙар үҙҙәре арбитраж идарасыларҙың үҙаллы ойошмаһын һайлай, һәм был ойошма үҙенең ағзалары араһынан арбитраж идарасыһы кандидатураһын тәҡдим итә. Дөйөм алғанда, был эш кредиторҙарҙың ҡатнашлығынан тыш башҡарылмай.
Арбитраж идарасының эшмәкәрлеген ул ағза булып торған арбитраж ойошма күҙәтеүҙә тоторға бурыслы, йәғни тәү сиратта үҙ-ара контроль булдырылырға тейеш. Кредиторҙар үҙҙәренең дәғүәләре менән арбитраж судҡа, хоҡуҡ органдарына ла мөрәжәғәт итә ала.
— Арбитраж идарасыларҙың эшмәкәрлеге үтә лә ябыҡ, тигән тәьҫорат тыуа...
— Улай тип әйтмәҫ инем. Банкротлыҡ тураһындағы Федераль закондың 143-сө статьяһына ярашлы, конкурс идарасыһы кредиторҙар йыйылышына йәки комитетына үҙенең эше тураһында отчет, бурыслы предприятиеның финанс хәле, мөлкәте хаҡында даими мәғлүмәт биреп торорға тейеш. Кредиторҙарҙың йыйылышы башҡа ваҡытҡа билдәләнмәгән булһа, был отчет өс айға бер яһала.
Әгәр ҙә арбитраж идарасылар был норманы боҙа икән, кредиторҙар ялыу йәки тейешле ғариза менән беҙҙең идаралыҡҡа, арбитраж судҡа мөрәжәғәт итә ала.
— Арбитраж идарасыларҙың эшмәкәрлек сифаты уларҙың эш хаҡына тәьҫир итәме?
— Юҡ, уларҙың эш хаҡының күләме аныҡ бер сумманан һәм проценттарҙан тора. Мәҫәлән, ваҡытлыса идарасыныҡы — айына 30 мең һум, административ идарасыныҡы — айына 15 мең, тышҡы идарасыныҡы — айына 45 мең, конкурс идарасыһыныҡы айына 30 мең тәшкил итә.
Арбитраж идарасыларға эш хаҡы банкротлыҡ тураһындағы Федераль законға ярашлы түләнә һәм конкурс идарасыһы предприятиеға тәғәйенләгән ваҡытта арбитраж суд тарафынан раҫлана.
Проценттарҙың суммаһы предприятиеның килеменә бәйле, түләү шулай уҡ арбитраж суд тарафынан билдәләнә.
— Бурыслы предприятиеның мөлкәтен һатыуҙан да арбитраж идарасылар килем аламы?
— Бурыслы предприятиеның бөтөн мөлкәте уны һатыу һәм предприятиеның кредиторҙары менән иҫәпләшеү өсөн конкурс күләменә индерелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө Законға ярашлы, арбитраж идарасылар үҙҙәренең эш хаҡын сираттан тыш алырға хоҡуҡлы.
Банкротлыҡ тураһындағы закондың 134-се статьяһына ярашлы, суд сығымдары, арбитраж идарасы йәлеп иткән белгестәргә түләүҙәр ҙә сираттан тыш башҡарыла.
Әлбиттә, был тәңгәлдә арбитраж идарасылар тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарға ла юл ҡуйыла. Был хаҡта кредиторҙарға билдәле икән, улар шулай уҡ судҡа йә беҙҙең идаралыҡҡа мөрәжәғәт итә ала.
Дөйөм алғанда, бурыслы предприятиеның мөлкәтен һатҡандан алынған аҡса, закон тарафынан билдәләнгән сиратҡа ярашлы, тулыһынса кредиторҙарҙың талаптарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелә.
— Эш хаҡын ала алмай йөрөгән кешеләргә ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
— Әгәр ҙә һеҙ банкрот тип иғлан ителгән предприятие хеҙмәткәре икән, иң беренсе сиратта предприятиеның идара органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.
Предприятие күҙәтеүгә алынған икән, предприятиеның идара органдары эшен дауам итә, әммә эш хаҡын түләү тураһындағы суд ҡарарҙарының үтәлеше менән суд приставтары хеҙмәте шөғөлләнә. Тимәк, был осраҡта суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Конкурс эше асылған икән, эш хаҡы буйынса бурыс кредиторҙарҙың талаптар реестрына ярашлы ҡаплана. Был осраҡта идара функцияларын конкурс идарасыһы башҡара, ә уның эшмәкәрлеген кредиторҙар йыйылышы күҙәтеүҙә тота.
Тимәк, иң тәүҙә арбитраж суд тарафынан тәғәйенләнгән арбитраж идарасыға мөрәжәғәт итергә кәрәк һәм унан предприятиеның һеҙҙең алдағы бурысы кредиторҙарҙың талаптар реестрында иҫәпкә алынғанмы, уның күләме күпме тәшкил итә, ҡасан, ҡайһы сиратта түләнәсәге хаҡында белешергә кәрәк.
Арбитраж идарасыла предприятиеның һеҙҙең алдағы бурысы тураһында мәғлүмәт юҡ икән, тейешле суд ҡарарҙары, белешмәләр, башҡа документтар ярҙамында быны раҫларға кәрәк буласаҡ.
Хеҙмәт коллективының хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында, предприятие хеҙмәткәрҙәре дөйөм йыйылышта үҙҙәренең араһынан кредиторҙар йыйылышында ҡатнашыу өсөн вәкил һайлай ала. Был вәкил, кредиторҙар йыйылышында ҡатнашып, конкурс идарасыһының отчетын, предприятиеның финанс хәле, мөлкәте хаҡындағы мәғлүмәтте тыңлап, башҡа хеҙмәткәрҙәргә еткерә ала. Арбитраж идарасы хеҙмәт коллективы вәкилен бурыслы предприятиеның документ күсермәләре, атап әйткәндә, талаптар реестры, кредиторҙарҙың йыйылыш материалдары менән таныштырырға тейеш.
Әгәр ҙә арбитраж идарасының эшмәкәрлеге шик тыуҙырһа, тейешле ғариза менән арбитраж судҡа, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығына, прокуратураға, арбитраж идарасы ағза булып торған арбитраж идарасыларҙың ойошмаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Әлфинә ҠАРАҒУЖИНА әңгәмәләште.


Вернуться назад