Бал йортона килегеҙ!17.09.2018
2021 йылғы “Апимондия” умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгресына туристик бал комплексы төҙөләсәк.

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге форумға әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә һүҙ ҡуҙғатылды. Башҡорт бал йорто “Башҡорт ауылы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән туристик бал комплексының төп иҫтәлекле урыны буласаҡ.

Өҫтәүенә йыйынға бөтә кәрәкле инфраструктура төҙөләсәк: яҡын арала ял итергә, бал продукцияһын тәмләп ҡарарға, уны етештергәнде үҙ күҙе менән күрергә теләгән туристар өсөн бал музейҙары, бал ауылдары, махсус умарталыҡтар барлыҡҡа киләсәк.


Вернуться назад