Рәсәй халҡы ҡулланыуҙа булған машиналар араһынан Hyundai Solaris, Lada Granta һәм Kia Rio моделдәренә өҫтөнлөк бирә, тигән һығымтаға килгән аналитиктар.
Уларҙың әйтеүенсә, күп илдәрҙә яңы автомобилде һатып алғанда уҡ уның күпмегә һатылыу мөмкинлеген дә иҫәпләйҙәр. Ә беҙҙә һатып алыусылар “тимер ат”тың хаҡын, дизайнын йәки уңайлылығын ғына иҫәпкә алырға ғәҙәтләнгән. Рәсәйҙәргә бөгөн Opel Astra, Volkswagen Jetta һәм BMW X5 автомобилдәрен һатыу ауырлашҡан. Бөтәһенән дә элек Lada Kalina тиҙ, еңел һатыла — уртаса 18 көн эсендә.