“Росконтроль” Бөтә Рәсәй ҡулланыусылар союзы һауыт-һаба йыуыу өсөн тәғәйенләнгән йыуыу сараларына экспертиза үткәрҙе. Ҡайһыһы зарарһыҙ һәм яҡшыраҡ йыуа икән?
Тикшеренеү һөҙөмтәһе шуны күрһәткән: Pril, AOS, Fairy һауыт-һабаны ялтыратҡансы йыуа, ә “Минута плюс”ты маҡтап булмай. Sorti, Frosh һәм “Просто” сараларын “уртаса”лар рәтенә индерергә мөмкин. Хәүефһеҙлек талаптарына Pril, “Просто”, Frosh һәм Sorti тулыһынса яуап бирә тип табылған, ҡалғандарында ағыулы матдәләр булыуы асыҡланған.