Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы прокатта сит ил фильмдары сеанстары һанын сикләү башланғысын тәҡдим итте. Бындай сеанстар көнөнә күрһәтелгән картиналарҙың дөйөм һанының 35 процентынан артмаҫҡа тейеш. Ошоно билдәләгән закон проекты эшләнде. Уны төрлөсә баһалайҙар.
— Был башланғыс миңә оҡшап етмәй. Тамашасы нимә ҡарарға икәнен үҙе һайлаһын ине. Рәсәй фильмдарының сифаты яҡшы булһа, беҙ уларҙы ғына ҡарар инек, — тине “Родина” кинотеатры — Рәсәй кинематографияһы үҙәге директоры урынбаҫары Рида Үтәшева.
— Сит ил фильмдары күрһәтеүҙе сикләгән закон проекты кинотеатрҙар өсөн отошло булыр ине, сөнки уларға репертуарҙы байытырыу мөмкинлеге бирелә, — тигән фекерҙә “Башҡортостан” киностудияһының прокат бүлеге хеҙмәткәре Марина Каминская.
Танылған режиссер Булат Йосопов та ошондай ҡарашта.
— Бер генә картина башҡаларға юлды ябып, тамашасы теге йәки был фильмды һайлау мөмкинлегенән мәхрүм икән, быны конкурентлыҡ йәһәтенән дә яҡшы күренеш тип әйтеп булмай. Минеңсә, бер фильм өсөн 35 процент күп түгел. Картиналарҙы бөтөнләй тыйыу хаҡында түгел, ә сикләү тураһында ғына һүҙ бара бит. Бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем, — тине ул.