БСТ-ны ҡытайҙар ҙа ҡарай15.09.2018
Ҡытайҙа Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың, Тажикстандың һәм Белоруссияның 12 телекомпанияһы араһында видеоконтент менән алмашыу хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Халыҡ-ара консорциумда БЮТ телеканалы ла ҡатнашты.

Яҡтар үҙ эфирында тапшырыу өсөн программалар менән алмашыуҙың берҙәм системаһын ойошторорға килеште. Ҡытайҙың боронғо баш ҡалаһы Сиандә “Бер һыҙат — бер юл” халыҡ-ра медиасаммитында килешеүгә ҡул ҡуйыу һәм яңы проектты ғәмәлгә индереү тантанаһы булды.

— Яңы килешеү халыҡ-ара юҫыҡта БЮТ телеканалы тотҡан урынды арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Мәнфәғәттәребеҙ өлкәһенә хәҙер Ҡаҙағстан, Белоруссия һәм Тажикстан өҫтәлә. Ошо илдәрҙәге тамашасыларға беҙҙең контент, Башҡортостан тураһындағы мәғлүмәттәр ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам. Ҡытайҙың төп халыҡ-ара каналы — CGTN-ға килгәндә, хеҙмәттәшлегебеҙ тағы ла көсәйәсәк, — тине “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры Рөстәм Зарафетдинов.


Вернуться назад