Силәбелә сквер асылды15.09.2018
Сквер мең ярымдан ашыу кеше йәшәгән Хәлит ауылы халҡына ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булды. Ошоғаса был ер ташландыҡ хәлдә ине. Хәҙер тирә-яғы ағастар, сәскәләр менән уратып алынған.

Һәйкәл яугир-интернационалистарға арналған. Ауыл биләмәһендә улар йөҙгә яҡын. Скверҙы асыу тантанаһына Екатеринбург, Силәбе, Иркутск ҡалаларынан килделәр. Ҡунаҡтарҙы ауыл халҡы үҙ көстәре менән ойошторған концерт программаһы менән ҡаршы алды. Сквер асыу – ауыл биләмәһе башлығы Әхмәт Шәүәлиевтың һәм депутат Дауыт Хужиндың идеяһы. Милләттәштәребеҙгә ярҙамға эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ та дәррәү ҡушылды. Әйтеп үтергә кәрәк, ошо берҙәм көс менән бында биш йыл эшләмәй торған мәҙәниәт йорто ла тергеҙелә башланы.

Ойоштороусылар ярҙам күрһәткәндәре өсөн милләттәштәребеҙгә – Валерий Хөснуллин, Рәмил Рәхмәтуллин, Рөстәм Абдрахманов, Салауат Хөснуллин, Сибәғәтулла Әминев, Руслан Хөснуллиндарға оло рәхмәттәрен еткерә.





Вернуться назад