“Кешеләрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ерҙә әҙәм балалары дуҫлыҡҡа мохтажлыҡ кисереп йәшәй, бер-береһендә таяныс таба.
Кешеләге иң ыңғай сифаттар – күркәм холоҡ, киң күңеллелек. Ырыҫ-бәхеттең нигеҙендә лә тап ошо һыҙаттар ята.
Беҙгә һәр йәһәттән оло өлгө – пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ул ғәжәп илгәҙәк кеше булған, гелән халыҡ араһында, сәхәбәләре менән бергә йөрөргә тырышҡан. “Айырымланыу, тәкәбберлек, тупаҫлыҡ – золом, ундай һыҙатҡа эйә кешеләр – иң яуызы”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Ислам бер-береңә ышанырға, башҡаларҙан тик изгелек көтөргә, әйтелгән һүҙҙәрҙән насарлыҡ эҙләмәҫкә, гелән яҡшы яҡты күрергә өйрәтә. Бындай күркәм һыҙаттар гонаһҡа батып батҡандарҙы ла бәләнән ҡотҡарып алып ҡалыр, тиелә динебеҙҙә. Ышанмаусанлыҡ, шөбһәләнеү ҡәтғи тыйыла. “Урынлы-урынһыҙ шикләнеп йөрөүҙән ситтә бул, – тип өйрәткән Ғәли хәҙрәт. – Ул сәләмәт кешене лә ауырыуға һабыштыра, бер ҡатлыларҙың уйҙарын кире яҡҡа бора”.
Ислам – дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек, изгелек дине. Араларҙағы күркәм бәйләнештәрҙе даими нығытып тороу зарур.
Ут ҡабынһа...
Пәйғәмбәребеҙ асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡалғандарҙы иң көслөләр тип атаған. Мосолман урынлы-урынһыҙ ярһымай, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй, үҙен ҡыйырһытҡандарҙы ғәфү итә, мохтаждарға ҡарата түбәнселекле була.
“Асыу – ут, – тип өйрәтә динебеҙ. – Ул бөтә күңелде ҡармап алыусан. Көл аҫтында быҫҡып ятҡан осҡон кеүек – тәкәбберҙәрҙә ҡабынып китергә генә тора”.
Асыуға юл биргән әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләнең бойороғона ҡаршы төшкән иблискә оҡшап китә. “Кешенең тәнендә утҡа оҡшаш кескәй генә бер ит киҫәге бар, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ул яҡшы булһа, барлыҡ тән таҙара, ә инде насар икән, киреһенсә, бысрай. Ул ит киҫәге – йөрәк. Күрә алмаусанлыҡ, көнсөллөк, асыу Аллаһ ҡолдарын һәләкәткә алып бара. Бәләнең ҡайҙа йәшеренеп ятҡанын һиҙеп, һаҡланып ҡалырға тырышып, эстә ҡабынып китергә әҙер торған уттан баш тарта белергә, уны күңелдән йолҡоп ташларға кәрәк”.
Ҡатын-ҡыҙҙың – үҙ урыны
Пәйғәмбәребеҙ өйөнә ҡайтып инһә, бер ҡатыны иртәнге намаҙҙан һуң тиҫбе тартып ултыра, ти.
— Эй, Өммө Сәләмә! Ниңә һин намаҙҙы башҡалар менән бергә уҡымайһың? Ни өсөн хаж ҡылмайһың? Ниңә Ҡөрьән уҡып ҡына ултырмайһың? — тип әллә күпме һорауға күмә уны Рәсүлуллаһ.
— Эй, Аллаһ илсеһе! Һанап киткәндәреңдең барыһы ла — ирҙәр эше, — ти ҡатыны.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был һүҙҙәр менән шунда уҡ ризалаша.
— Ҡатын-ҡыҙҙың бурыстары араһында мин әйткәндәрҙең барыһына ла тиңләшерлек ғәмәлдәр бар, — ти Пәйғәмбәребеҙ. — Улар Аллаһ бойорғанды үтәп, иренә хеҙмәт итә белһә, тәсбих тартҡанға оҡшатып, ҡулында орсоҡ әйләндереп торһа, был Хоҙай Тәғәләне ололау була, башҡалар менән бергәләп йома намаҙы уҡыуға тиңләшә. Әгәр ҙә инде балалары өсөн аш-һыу әҙерләргә ғәҙәтләнһә, ағастарҙан ҡойолорға торған япраҡтарҙай, ваҡ-төйәк гонаһтары юйылып ҡына торор. Ә сәғәттәр буйы еп иләүе ирҙәрҙең күпер һалыуына тиңләшер.
Наҙанлыҡтың нигеҙе ниҙә?
“Күрә алмаусанлыҡ, үҙ-ара дошманлыҡ холоҡтоң тотанаҡһыҙ булыуынан килә, — тип өйрәтә дин. — Ундай кеше ыҙғыш өсөн сәбәп эҙләп тик йөрөй. Күп нәмәне дуҫтарса хәл итеү урынына, маһайыусанлығы, наҙанлығы сәбәпле, аҙым һайын янъялға юл асып тора”.
Был йәһәттән дин әһелдәре элек-электән бәндәләргә яҡшылыҡ, изгелек, кешелеклелектең сағыу өлгөләрен күрһәтеп килгән, тормош һабаҡтарын тыуыр быуындарға ҡалдырған. “Тар күңеллелек – етешһеҙлектәрҙең иң насары, үс алырға ашығыу – гонаһтарҙың иң ҙуры”, – тигән Ғәли хәҙрәт.
Мосолмандарҙы изге Ҡөрьән киң күңеллелеккә әйҙәй: “Арағыҙҙан йомарт, малы етерлек булғандар ҡәрҙәштәренә, фәҡирҙәргә өлөш сығарыуҙан туҡталып ҡалмаһын, бәндәләрҙе ғәфү итһен, бәхилләтә белһен”.