Ярҙам итәйек!14.09.2018
Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тиҙәр. Беребеҙ ҙә был тормошта һынауҙарҙан азат була алмайбыҙ. Ҡырмыҫҡалылағы Хәсәновтар ғаиләһе лә шундай ҙур ауырлыҡҡа дусар булды.

Уларҙың улы Тимурға ярты йыл элек саркома Юинга (умыртҡа һөйә­ген­дә яман шеш) диагнозы ҡуялар. Әле малайға 13 йәш. Ул ошо сентябр­ҙә Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбенең VII класына күсергә тейеш була, әммә...

Баланы дауалау былтырғы декабрҙән башлана. Ғүмер өсөн өҙлөкһөҙ көрәш... Әле Тимур әсәһе менән Республика балалар клиник дауаханаһының онкология бүлегендә сираттағы химия терапияһы курсын үтә. Баланың нисек интеккәнен һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел. Шулай ҙа бирешмәй ул – яман сиргә ҡаршы ололарса ихтыяр көсө менән көрәшә, шәбәйеренә ихлас ышана.

Туғандары әйтеүенсә, табиптар яҡшы яҡҡа үҙгәреште билдәләй. “Дауаларға мөмкин”, – тип ышандыра улар. Ләкин, һәр ваҡыттағыса, был бик ҡиммәткә төшә. Хәсәновтарҙың ундай мөмкинлеге юҡ. Йәш ғаиләгә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итһәксе, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Өммәтебеҙҙең йәп-йәш кешеһенең – әле йәшәп тә өлгөрмәгән малайҙың шәбәйеүенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек. Һауығыр бала, иншаллаһ!

Аҡсаны күсереү өсөн банк картаһының номеры – 4276 80603704 0325. Ул Гөлсәсәк Аждар ҡыҙы Хәсәнованың телефонына (89875897477) беркетелгән.


Вернуться назад