Ихаталар йәмләнә14.09.2018
Ишембайҙа “Ҡала мөхите” федераль проектына ярашлы төҙөкләндерелгән 92-се А кварталы ихатаһы быға тиклем ташландыҡ хәлдәге биләмә була. Бөгөн бында балалар өсөн уйын, хоккей майҙансыҡтары, спорт ҡоролмалары урын алған, биләмәне йәмләп аллы-гөллө сәскәләр үҫә. Йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн тип-тигеҙ тротуарҙар һалынған, ултырып ял итергә эскәмйәләр ҡуйылған.

Ҡаланың 5-се торлаҡ-эксплуатациялау идаралығы ҡарамағын­дағы ихатаны Андрей Никерин етәкселегендәге бригада тәртиптә тота. Урам йыйыштырыусылар Лилиә Арыҫланбаева, Рида Булатова, Екатерина Сергеева тү­тәл­дәрҙе утау, һыу ҡойоу кеүек эштәрҙе күңел биреп башҡара. Уларҙың һәр береһе – коммуналь хужалыҡ тармағына тиҫтә йылдар ғүмерен бағышлаған хеҙмәтсәндәр.

Бөгөн йәшәгән урынын йәмле­рәк һәм уңайлыраҡ итеүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Мәҫәлән, Ишембайҙағы әлеге биләмәне төҙөкләндереүҙә күп фатирлы йорт советы рәйесе Наталья Птуха әүҙемлек күрһәткән. “Тап Наталья Александровна кеүек эшһөйәр кешеләр тынғыһыҙ хеҙ­мәтебеҙҙә ҙур ярҙам күрһәтә”, – тиҙәр 5-се торлаҡ-эксплуатациялау идара­лығында.

Шулай әүҙем граждандарҙың, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙ­мәт­сәндәренең тырышлығы һәм “Бер­ҙәм Рәсәй” партияһы баш­ланғысы менән “Ҡала мөхите” проекты ниге­ҙен­дә яңынан-яңы төҙөк, матур биләмәләр барлыҡҡа килә.


Вернуться назад