Заман почта хеҙмәтен етди һынауҙар, үҙгәрештәргә ҡулайлашыу зарурлығы алдына ҡуйҙы. Бөгөн почтальондар элеккесә гәзит-журнал, хат ташыусы ғына түгел, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса план үтәү, почта тәҡдим иткән тауарҙарҙы һатыу, халыҡҡа мөмкин тиклем киңерәк хеҙмәт күрһәтеү хәстәре менән яна.
Благовар районы буйынса почта элемтәһе цехы начальнигы Рим Хәбибуллин да әңгәмә барышында ошо мәсьәләләргә туҡталды, заман талаптарына ярашлы эшләргә тырышыуҙарын билдәләне. Район почтамты 70 хеҙмәткәрҙе берләштерә, уларҙың бишәүһе пенсия таратыу эшенә яуаплы. Бөтәһе 16 бүлексә иҫәпләнеп, өсәүһендә “Почта-Банк” хеҙмәттәре күрһәтелә.
– Әлбиттә, төп бурыстарыбыҙҙың береһе – матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу, гәзит-журналдарҙың тиражын һаҡлауға булышлыҡ итеү. Үкенескә ҡаршы, бөтә ерҙәгесә, беҙҙә лә тираждар йылдан-йыл кәмей. Шулай ҙа үҙебеҙҙең район гәзитенә, республика баҫмаларына ҡағылышлы планды үтәргә тырышабыҙ, был йәһәттән ведомстволы яҙылыу ойоштороу ныҡ ярҙам итә, – тип һөйләп үтте Рим Рәис улы.
Благоварҙар “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу йәһәтенән бигүк маҡтана алмай. Әммә район үҙәк китапханаһында республикабыҙҙың төп милли баҫмаһының тупланмаһын һәр кемдең уҡый алыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Киләһе йылдан тиражды мөмкин булғанса арттырып, ауыл хакимиәттәренә, китапханаларға, клуб һәм мәктәптәргә яҙыласаҡтарын белдерҙе улар.
Район почтамтында үҙ эшенә яуаплы ҡараған, эшһөйәр, берҙәм коллектив тупланған. Оператор Наталья Вәлиева һигеҙ йыл халыҡты хеҙмәтләндерә, матбуғатҡа яҙылыу осоронда әүҙем эшләй.
– Һөнәрем оҡшай. Көнө буйы кешеләр менән аралашып, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәйһең, – ти Наталья.
Киләсәктә Благовар тарафтарында гәзитебеҙҙең дуҫтары тағы ла артыр, ә беҙ был төбәктә йәшәгән уңған, эшһөйәр халыҡтың хеҙмәтен, тормош-көнкүрешен даими яҡтырта барырбыҙ, тигән изге ниәтте нығытты сәфәребеҙ.