…Редакцияла тынғыһыҙ, мәшәҡәтле көндәрҙең береһе. Бөгөн һине нимә көткәнен – ашығыс командировкамы, юғары даирәләрҙә үткән сарамы, авторҙар менән осрашыумы – барыһын да алдан күҙаллап, планлаштырып бөтөүең бик тә икеле. Әле лә шулай, үҙебеҙҙең эш ҡаҙаны: социаль проблемалар бүлегенең ишеген асыу менән ҡәләмдәшем Гүзәлиәнең бер ҡатын-ҡыҙҙың аһ-зарлы телмәрен борсолоп, уйсан йөҙ менән тыңлауына шаһит булдым. Ҡатын сығып китте, бүлмәне тәрән тынлыҡ баҫты…
– Ни эшләргә, нисек ярҙам итергә был бисараға? Әллә күпме инстанцияларҙа булып, төрлө кимәлдәге түрәләр менән осрашып та хәл итә алмағастары, журналист нимә ҡылһын? – тип уфтана Гүзәлиә, был ханымдың ауыр яҙмышын тәфсирләп күҙ алдына килтергәндән һуң.
Эскеселәр ғаиләһендә тыуып үҫкән сыуаш ҡыҙының тормошо әсенештәрҙән, ҡайғы-хәсрәттән генә яралған тиерһең. Ҙур ауырлыҡтар менән медицина училищеһын тамамлап сыға. Балаһының ҡот осҡос кәмселектәр менән тыуыуы ла, ирҙең сабыйын танымауы ла уның яҙмышында кәртә була алмаҫ ине, бәлки, әгәр барып төртөлөр, бәләкәй генә йәшәр мөйөшө булһа. Сабыйын дәүләт тәрбиәһенә биреүҙе күҙ алдына ла килтермәгән әсә торлаҡ йүнләп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә, хәлен аңлап, кәңәш иткән чиновник та, етәксе лә табылмай. Ахыр сиктә бөгөн Матбуғат йортондағы бер нисә редакцияла булғандан һуң, беҙҙең бишенсе ҡатҡа ла күтәрелгән.
“Ярҙам итмәһәгеҙ, үҙемә үҙем ҡул һалырға ғына ҡала”, тине бит әле Ольга. Уйлашып ҡарарбыҙ, тинем дә ул тынысландырыу өсөн…” – кеше ҡайғыһын йөрәге аша үткәргән Гүзәлиәнең хәл-торошон яҡшы аңлайым, быға оҡшаш ваҡиғаларға аҙ шаһит булырға тура килмәне шул.
Уйлай-уйлай төрлө дәрәжәле ойошмаларҙы, таныштарҙы барланыҡ. Бихисап улар, тик беҙгә һылтау эҙләмәй аныҡ ярҙам ҡулы һуҙырҙайы, торлаҡ мәсьәләһен хәл итерҙәйе кәрәк.
– Минеңсә, ярҙам итһә, бары Лилиә Салауат ҡыҙы (Л.С. Ғүмәрова ул саҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә эшләй ине, хәҙер – сенатор) ғына булдыра алыр. Ятып ҡалғансы, атып ҡалырға кәрәк, – тигән кәңәште тотоп, Гүзәлиә шунда уҡ хат әҙерләү, бәйләнеш булдырыу эшенә тотондо.
Ысынлап та, беҙҙең ышаныс аҡланды: Гүзәлиәнең тырышлығы, сослоғо менән Ольга бүлмәле булды, “Башҡортостан” гәзитендә күләмле мәҡәлә донъя күрҙе. Рәхмәт һәм шатлыҡлы күҙ йәштәренә мансылған открыткалар коллегама яуып торҙо. Бында, әлбиттә, журналистың профессиональ оҫталығынан бигерәк, уның күптәргә тәтемәгән кешелеклелек, сит ҡайғыны үҙенекеләй күреп ҡабул итеү, миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек тойғолары хаҡында һүҙ йөрөтөү урынлы.
Хәйер, ғаиләгә социаль ярҙам, халыҡтың именлеген хәстәрләү, һаулығын һаҡлау, демографик хәлде яҡшыртыу мәсьәләләрен яҡтыртыуҙы һәм халыҡҡа аңлатыуҙы үҙ өҫтөнә алған журналистың мәрхәмәтһеҙ булырға хаҡы ла юҡтыр. Бар хеҙмәттәштәремдең дә хәтерендә: баш ҡалала “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә дәғүәләр артҡан бер осорҙа Гүзәлиә, үҙе теләп, төнө буйы “Ашығыс ярҙам” машинаһында табиптар менән ошо тынғыһыҙ һөнәрҙең серҙәренә төшөндө, уларҙың проблемаларын өйрәнеп, гәзит битенә сығарҙы. Бер саҡ баш мөхәррирҙең тап Гүзәлиәне енәйәтселәр, хоҡуҡ боҙоусылар ғүмер һөргән төрмәгә мәҡәлә яҙырға ебәрергә ҡарар итеүенә бер аҙ аптырап ҡалдыҡ. Йәнәһе редакция тулы аҫыл, өрлөктәй ир-ат була тороп, йомшаҡ, нескә күңелле, хис-тойғоға бай әсәне нисек шундай хәтәр ергә ебәрмәк кәрәк? Моғайын да, уның “егетлеге”нә, теләһә ниндәй эште еренә еткереп, төбөнә төшөп яҙыу һәләтенә, ниндәй генә хәлдә лә үҙен тота белеүенә йөҙ тотоп хәл иткәндер етәксе.
Ҡыҙыҡ инде был тормош: Ер шары кеүек түңәрәк тә, тәбиғәт миҙгелдәре кеүек алмашынып, ҡабатланып торған мөғжизәле китап биттәре кеүек тә. Донъя – ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тимәҫ ине ололар юғиһә. 2001 йылда Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында миңә һәм тағы ла “Республика Башкортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәре журналистарына Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһын тантаналы тапшырған саҡта тәү тапҡыр осрашҡайныҡ был теремек, ут кеүек ҡыҙ менән. Райондың рус телендә сыҡҡан “Слава труду” гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән Гүзәлиәнең баҫмабыҙҙың эшмәкәрлеге хаҡында һорауҙарын яуҙырыу менән үҙенең башҡорт матбуғатында эшләргә теләге барлығын да белдергәне иҫтә. Ике йылдан һуң яҙмыш беҙҙе тағы осраштырҙы – “Башҡортостан” гәзитенең ҡайнап торған ижади мөхитендә.
Ул осорҙа редакция коллективы бер тиҫтер йәш ҡәләмдәштәр менән тулыланып ҡына торҙо. Эшләргә ҙур теләк менән килеп тә, тынғыһыҙ хеҙмәткә күнегә алмай йә иһә яҙыу-һыҙыуҙың рәхәт түгеллеген аңлап, редакцияны ҡалдырыусылар ҙа, килеү менән гәзиткә яңы һулыш өрөп, йәшлеккә хас ҡыйыу сығыштары менән ҡыуандырыусылар ҙа булды. Гүзәлиә Салауат ҡыҙы – тап ошо һуңғы төркөмдә. Ғөмүмән, яңы килгән һәр кемде беҙ ҡурсаларға, һүҙ тейҙермәҫкә, өйрәнеп киткәнсе эште лә артыҡ өймәҫкә тырыштыҡ.
Хәтерҙә, дүшәмбелә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә хәбәрсе булып тәүге эш көнөн башлаған йәш ҡәләмдәшебеҙҙе иртәгәһенә үк баш мөхәррир тотто ла Стәрлетамаҡ башҡорт халыҡ театрына, бер гәзит бите тултырып, режиссер Гөлдәр Ильясова менән интервью эшләргә ебәрҙе. Өҫтәүенә ашығыс! Төн сыҡҡансы бындай күләмле яҙманы тәжрибәле, маһир журналистарҙың да еренә еткереп башҡара алмауы мөмкин, ә Гүзәлиә булдырҙы!
Моғайын, баш мөхәррирҙең күҙе үткер, ҡолағы сос булғандыр, ҡәләмдәшебеҙҙең әҙерлекле килеүен, ижад багажының тослоғон, егәрлелеген беҙгә ҡарағанда иртәрәк тойғандыр. Бәлки, һынау өсөндөр ҙә әле. Был осорҙа Гүзәлиә уҡыусыларыбыҙҙы сәнғәт һәм мәҙәниәт саралары, ошо өлкәләге арҙаҡлы шәхестәребеҙ, өмөтлө сәхнә йондоҙҙары менән таныштырып, матур, фәһемле һүрәтләмәләрен, репортаждарын, мәҡәләләрен яҙҙы. Аҙаҡ уға оперативлыҡ, йылдамлыҡ, йыйнаҡлыҡ талап ителгән яңылыҡтар бүлегендә, торараҡ ҡатмарлы, етди хоҡуҡ бүлегендә ең һыҙғанып эшләргә тура килде.
– Йылдар бейеклегенән ҡарап, шуны әйтә алам: “Башҡортостан” гәзитендә хеҙмәт итеү үҙеңә талапсанлыҡты, яуаплылыҡты арттырыуҙан, ҡәҙимге, көндәлек мәҡәләләрҙе номерға тапшырыуҙан тыш, мине төрлө һөнәр кешеләре менән аралашырға, эшлекле мөнәсәбәт ҡорорға, дәрәжәле, арҙаҡлы шәхестәр менән уртаҡ тел табып, уларҙың күңел донъяһына үтеп инергә ярҙам итте, – ти ул бөгөн. – Ҡайҙа барһам да, кем менән һөйләшһәм дә, мин үҙемдең башҡорт матбуғаты илсеһе, “Башҡортостан” гәзитенең йөҙөн билдәләүсе “визит” карточкаһы икәнемде гел иҫтә тоттом.
Йәш көстәрҙең ҡайһылары, ҡанат нығытып, тәжрибә туплағандан һуң башҡа гәзит-журнал редакцияларында, төрлө ведомстволарҙың матбуғат хеҙмәттәрендә эштәрен дауам итте, ә Гүзәлиә кеүек коллективыбыҙҙың тоғро, эшлекле ҡыҙ-егеттәре хәҙер инде баҫмабыҙҙың арҡа һөйәген тәшкил итә, тимәк, яңы быуын журналистарын үҫтереү ҙә улар яуаплылығында.
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеү өсөн йыл дауамындағы хеҙмәттәреңдең көнүҙәклеге, фекер тослоғо, һүҙ ҡеүәһе ярылып ятыуы мотлаҡ. Ҡәләмдәшебеҙ үҙенең тәбиғәттән бирелгән бөтә мөмкинлектәрен – таһыллығын, аҡыл көсөн, егәрлелеген тулы ҡеүәтенә файҙалана алған. Бына уның “Һәр бала наҙға мохтаж, һәр сабый һөйөүгә лайыҡ” тигән ҙур күләмле әңгәмәһе, “Бала урыны бизмәндә түгел”, “Бала һаулығының хаҡы юҡ” мәҡәләләре, “Донъя йәме – сәләмәт ҡатын-ҡыҙҙа” интервьюһы, “Заман ҡәһәренә әүерелгән вирус” һәм башҡа яҙмалары тормошобоҙҙоң йәнгә тейгән, барыбыҙҙы ла борсоуға һалған мәсьәләләрен йәмәғәт иғтибарына сығарған. Тема төрлөлөгө хайран итә: “Фән һәм тормош” рубрикаһында бирелгән “Ғилемһеҙ ғәмәл юҡ”, “Ғилемһеҙ ғәмәл булмағандай, ғәмәлһеҙ ғилемдән файҙа юҡ” тигән мәҡәләләр Башҡортостандың фән эшмәкәрлеген заман ҡалыптарына яраҡлаштырыу, фәнни тармаҡҡа йәштәрҙе ылыҡтырыу мәсьәләһен күтәргән. “Һайлап алған яҙмыш” хәҙерге заман “зимагорҙары” – вахта ысулы менән алыҫҡа эшкә йөрөгән ир заты тормошон һүрәтләһә, “Ваҡыт арбаһы артынан нисек өлгөрөргә?” мәҡәләһе бөгөнгө үҫмерҙәр проблемаларын үҙ эсенә ала.
Гүзәлиә – эҙләнеүсән, аяҡ аҫтынан да “алтын бөртөктәре”н таба белгән журналист. “Башҡорт рухы – булмышында” мәҡәләһенең геройы Учалы ҡыҙы Тамара (олатаһы Набип Хафизов – билдәле драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нажибәк Хафизовтың бер туған ҡустыһы) менән осраҡлы танышып, бик ҡыҙыҡлы ғаилә тарихын уҡыусылар иғтибарына тәҡдим иткән. Тамырҙарында грузин һәм башҡорт ҡаны аҡҡан, үҙе урыҫ кешеһенә кейәүгә сыҡҡан Тамараның рухи сығанағы Ирәмәлдә, ата-бабаларының тыуған ерендә, мәңгелек кешелек ҡиммәттәре хаҡындағы мәҡәлә бик оҫта, һутлы тел менән яҙылған. Маһирлыҡты тойор өсөн уны үҙеңә ҡулға алып уҡыу кәрәктер.
Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Гүзәлиә Балтабаеваның диплом эше лә 1999 йылда “Башҡортостан” гәзитенең “Көн һайын ошо урында…” рубрикаһындағы материалдарҙың жанр һәм тематик үҙенсәлектәренә арналыуын иҫкә төшөрәйек. Донъя, ысынлап та, түңәрәк икән шул.
– Яҙыу һәләте миңә атайым Салауат Хәйретдин улынан бирелгән мираҫ. “Яҙһаң, еренә еткереп яҙ, буш һүҙ булмаһын” тип өйрәтте, бушаҡ, көсһөҙ мәҡәләләрҙе ҡабул итмәне. Уҡытыусы булараҡ, талапсан булды. Ҡыҙыҡ инде ул: студент саҡта әсәйемдең миңә яҙған хатына бер генә юл өҫтәп яҙып ебәрер ине: “Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!” – тип хәтерләй хеҙмәттәшем.
Әлегәсә ошо девиз менән йәшәгән журналистың ижад юлы өмөтлө буласағына шик юҡ. “Башҡортостан” гәзитенең социаль проблемалар бүлеге мөдире Гүзәлиә Салауат ҡыҙы Балтабаева эше менән дә, холоҡ-фиғеле менән дә журналистарҙың Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына һис шикһеҙ лайыҡ. Уның мәҡәләләрен яратып уҡыған уҡыусылары ла ошо уҡ фекерҙәлер.