Хәйбулла районының Әбеш ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Аҡъяр ҡасабаһында йәшәгән хөрмәтле Раил Хазморат улы Ибраһимовты 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Раил туғаныбыҙ Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң тыуған районыбыҙға эшкә ҡайтты, төрлө вазифала хеҙмәт баҫҡыстарын үтте. Аҡъяр ҡыҙы Әнисә менән татыу ғаилә ҡороп, улдары Азамат менән ҡыҙҙары Вәсиләне оло тормош юлына баҫтырҙы. Азамат, БДУ-ның география факультетын тамамлап, Өфө районында уҡытыусы булып эшләй. Ҡатыны Зилә менән Айя исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Вәсилә, БДУ-ның философия һәм социология факультетын тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы, Мәғариф министрлығында эшләй.
Ҡәҙерле туғаныбыҙға ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән Зәйтүнә апаһы, ҡустыһы Айбулат, килене Ләйсән Янғужиндар, апаһы Мәрүәт, еҙнәһе Фәрит, ҡустыһы Илдар, килене Айгөл, килене Гөлнара, ҡустыһы Рөстәм Ниғәмәтовтар.