Иң ҙур байлыҡ һағында14.09.2018
2019 йылдың ноябренә Туймазы районында сменаһына 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән һәм заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған өр-яңы балалар дауалау учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк.

Объект 50 йылдан ашыу элек һалынған бинаны алмаштырасаҡ. Әлеге балалар поликлиникаһы бының өсөн ҡулайлаш­тырыл­ма­ған, иҫке, заман талаптарына яуап бирмәгән бинала урын­лашҡан.

Яңы учреждение Рәсәй Пре­зиден­тының балалар дауаханаларын медицина ҡорамалдары һәм медицина әйберҙәре менән йыһазландырыу, ошондай объект­тарҙы төҙөкләндереү һәм яңыларын төҙөү буйынса күрһәт­мәһен үтәүгә ярашлы төҙөлә. Төҙөлөшкә 336,1 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.



Вернуться назад