Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат
Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика өс яҡлы комиссияһының тантаналы ултырышы үтте. Ул Башҡортостанда социаль партнерлыҡтың 25 йыллығына арналды. Сарала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, төрлө кимәлдәге власть органдары вәкилдәре, ойошма етәкселәре, профком рәйестәре, хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәр ҡатнашты.
Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре – йәмғиәттәге иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлоғоноң төп нигеҙе ул. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә был ғәмәлгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Һүҙ кешеләрҙең производство, хужалыҡ-ижтимағи, социаль, сәйәси һәм башҡа төрлө эшмәкәрлектәре ағымында үҙ-ара барлыҡҡа килгән ҡатмарлы мөнәсәбәттәре тураһында бара. Улар айырым шәхестең генә түгел, ә тотош хеҙмәт коллективтарының, йәмғиәттең тормош сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Тантаналы ултырышта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов сирек быуат дәүерҙә республикабыҙҙа хеҙмәт мөнәсәбәттәренең күпкә юғары кимәлгә күтәрелеүен, эшсәндәрҙең хоҡуғын яҡлау буйынса ла ярайһы уңыштар булыуын, был йәһәттән дәүләт – бизнес – профессиональ союздар берләшмәһенең социаль роленең юғарылығын билдәләп үтте. Республика граждандары үҙен эш урынында хәүефһеҙ тойһон өсөн маҡсатлы саралар күрелә, уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу һәм һәр төрлө имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеү буйынса ла күп эштәр ғәмәлгә ашырыла.
Ғөмүмән, ойошмала хеҙмәтсәндәргә даими социаль ярҙам күрһәтеү, эш хаҡы буйынса бурыстың, үлем осраҡтарының булмауы – тотороҡлоҡҡа, предприятиеның социаль йүнәлешле булыуына төп дәлил.
– Башҡортостан ил төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып “Лайыҡлы хеҙмәт” халыҡ-ара ойошмаһының программаһын ҡабул итте. Һис шикһеҙ, хеҙмәт яҡлаулы булырға, эшсәндәр лайыҡлы шарттарҙа хеҙмәт итергә, уларҙың барлыҡ хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре күҙәтелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта иң тәүҙә барлыҡ мөнәсәбәттәрҙең кешелеклелек, гуманизм философияһына нигеҙләнеүе зарур. Коллектив килешеүҙәр тап ошо талаптарҙы көйләй, – тине Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында.
Эйе, эш биреүсенең яуаплылығына күп нәмә бәйле – өлгәшелгән һөҙөмтә лә юғары була, ойошманың да абруйы күтәрелә. Ғөмүмән, производство өлкәһенә ҡараған ойошмаларҙа, бизнес тармағында социаль партнерлыҡты үҫтереү, эшһеҙлекте кәметеү, эшләгән инвалидтарҙың һәм балалы ҡатындарҙың, эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың һәм пенсия йәше етеү алдында торғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, эш хаҡын арттырыу, хеҙмәтсәндәрҙең һөнәри оҫталығын үҫтереү – республикала социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре тотороҡло үҫһен өсөн ошо шарттарҙың үтәлеүе зарур.
Кәңәшмә барышында Рөстәм Хәмитов бер төркөм алдынғыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Артабан социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.