Ҡотлайбыҙ!11.05.2012
Белорет районының Ғәбдөк ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Иглин районының Аҡбирҙе ауылында йәшәгән Ғәлиә Минһажетдин ҡыҙын күркәм юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ.
Артабанғы тормош юлыңда иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс таңдар, тормош иптәшең Әсҡәт еҙнә менән оҙон бәхетле ғүмер, ейәнең Тимурҙы, ейәнсәрең Алһыуҙы үҫтерешеп, матур тәрбиә биреп, ҡыҙыңа, кейәүеңә терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын!
Әкрен генә сәстәреңә салдар төшә,
Аҡ юл булып ғүмер шулай алға өндәшә.
Ҡартаям тип һис кенә лә хафаланма,
Теләйбеҙ: бирешмәйсә йөҙгә йәшә!
Иң изге теләктәр менән
барлыҡ туған-тыумасаң.


Вернуться назад