“Росгвардия”ның Башҡортостан идаралығы 17–28 сентябрҙә республикала “Ҡорал тапшыр” профилактик операцияһын үткәрә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр граждан законһыҙ һаҡланған ҡоралды, боеприпастарҙы, шартлатҡыс матдәләрҙе һәм шартлатыу ҡулайламаларын тапшыра ала. Бының өсөн енәйәт йәки административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралмай, киреһенсә, аҡсалата бүләк тапшырыла.
Үҙ иркең менән тапшырған ҡорал өсөн аҡса түләүгә республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 3,6 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Быйыл “Росгвардия”ның Башҡортостан идаралығындағы Лицензия-рөхсәт биреү эштәре үҙәгенә түләүле нигеҙҙә 183 берәмек ҡорал, 93 мең дана тирәһе боеприпас, ике килограмдан ашыу шартлатҡыс матдә ҡабул итеү тураһында 190 ғариза тапшырылған. Компенсация 2,2 миллион һум самаһы тәшкил иткән.