Хәлдәрең нисек, пенсионер?13.09.2018
Кешегә күп кәрәкме? Йылы һүҙ, бергәләп фотоға төшөү, хөрмәт күрһәтеү һикһән йәшлектәргә лә бик килешә. “III быуын халыҡ университеты” йәмәғәт ойошмаһында тыуған көндәрҙе күмәкләп үткәреү йолаһы бар. Белем көнөндә халыҡ университеты үҙенең яңы уҡыу йылын асты.

Ойошманың рәйесе Рафиҡ Хәйҙәров әйтеүенсә, быйыл да халыҡ ижады, баҡсасылыҡ, сәскәселек, туризм, мәнфәғәттәр буйынса түәңәктәр тулы ҡеүәтенә эшләйәсәк. Күңелеңә ятҡанын һайлап ал ғына.

Рафиҡ Ғилмийәр улы өлкәндәрҙең буш ваҡытын йөкмәткеле үткәреү буйынса яңы саралар эҙләү өҫтөндә. Бәшмәк йыйырға ла, социаль проекттар конкурстарында ҡатнашырға ла, оҙаҡламай Рәсәй Дәүләт Думаһында депутаттар менән осрашыуға әҙерләнергә лә кәрәк.


Вернуться назад