Беҙҙең иҫәптә – 52 миҙал!13.09.2018
Яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштары, айырыуса республикабыҙҙан ситтәге еңеүҙәре тураһында йыш ишетеп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Ҡырғыҙстан Республикаһында ойошторолған Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында Башҡортостан йыйылма командаһы 3-сө урынды яуланы. Уларҙың иҫәбендә бөтәһе 52 миҙал, шул иҫәптән 16 — алтын, 11 — көмөш һәм 25 бронза миҙалы. Атап әйткәндә, тажик милли көрәшендә Артур Зөлҡәрнәевҡа етеүсе табылмаған, ә Рәзил Шәбиев 2-се урынды алған.

Ә төркмән көрәшендә – Евгений Бикташев (бронза миҙал), ҡаҙаҡ көрәшендә – Дмитрий Балянов (көмөш), азербайжан көрәшендә Илфаҡ Ибәтуллин (бронза) һынатмаған. Гөлгенә Баймырҙина иһә бөркөт менән һунар итеүҙә 2-се урынды алған.


Вернуться назад