“Бер һыҙат — бер юл”13.09.2018
“Бер һыҙат — бер юл”Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһының “Бер һыҙат — бер юл” глобаль башланғысын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре йомғаҡтары буйынса “Wison Engineering” компанияһы, “Газпром Нефтехим Салауат” һәм “Салауатгазонефтехимпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре араһында газ химияһы өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандум төҙөлдө.

Ошондай хеҙмәттәшлек барышында Ҡытай компанияһы тәбиғи газды этилен һәм пропилен итеп эшкәртеү комплексын технологик проектлау этабында Башҡортостан предприятиеларына ярҙам күрһәтәсәк. “Газпром Нефтехим Салауат” йәмғиәтенең инвестициялар һәм капиталь төҙөлөш директоры Рөстәм Ғәлиев әйтеүенсә, был яҡтарҙың тәүге хеҙмәттәшлек тәжрибәһе. Ҡытай компанияһы алдынғы технологияларға эйә, объекттар төҙөүҙә лә ҙур тәжрибә туплаған. Йәлеп ителәсәк инвестиция күләме бер нисә миллиард АҠШ долларына етәсәк, төҙөлөш срогы иһә — өс йылға яҡын. Сафҡа ингәс комплекс сеймал сифатында йылына 2,5 миллиард кубометр газ файҙаланасаҡ.


Вернуться назад