Башҡортостандың ярҙамы менән ... мәҙәниәт йорто13.09.2018
Ошо көндәрҙә Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһында капиталь ремонттан һуң район мәҙәниәт йорто асылды. Тантанала ҡатнашҡан Ҡырым башлығы Сергей Аксенов ҡыуаныслы ваҡиға район муниципаль власы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә ғәмәлгә ашты, тип билдәләне.

— Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, шулай уҡ Белогорск районы хакимиәте башлығы Галина Переловичҡа ҙур рәхмәт. Әле залда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ултыра. Башҡарылған эш өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Ҡала һәм район халҡы өсөн мәҙәниәт йорто асылыу яңы мөмкинлектәр, ижади уңыштар бүләк итер тип ышанам, — тине Ҡырым башлығы Сергей Аксенов.



Вернуться назад