Берҙәмлеккә ни етә!13.09.2018
Йәрмәкәй районының Һыуыҡҡул урта мәктәбе яңы уҡыу йылын матур башлап ебәрҙе — 119 уҡыусы тәрән белем һәм күркәм тәрбиә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Әйткәндәй, 1 класҡа ун ҡыҙ һәм малай килгән.

Мәктәп директоры Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Фәнүзә Сулпанованың һүҙҙәренә ҡарағанда, белем усағының гөрләп тороуына мөғәллимдәр һәм уҡыусыларҙан тыш, ата-әсәләр ҙә тос өлөш индерә. Педагог — уҡыусы — ата-әсә тигән сылбырҙың ныҡлы булыуы нимәгә бәйле?

Әлбиттә, берҙәлеккә. Ауыл өсөн һәр йәһәттән дә үҙәк ролен үтәгән мәктәптә өлкәндәр ҡатнашлығында төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙың ойошторолоуы шуға асыҡ миҫал. Бында дата менән бәйле байрамдарҙы көтөп алалар. Мәҫәлән, алтын көҙгә арналған кисәнән берәү ҙә ситтә ҡалмаған.


Вернуться назад