Йоҡлағанда ҡайһылай ятыу яҡшыраҡ?11.05.2012
Бәпес табырға әҙерләнгән ҡатындарҙың витаминдарға бай аҙыҡ менән туҡланырға тейешлеге барыһына ла мәғлүм. Улар өсөн махсус физик күнекмәләр ҙә айырыуса файҙалы. Баҡһаң, ҡайһылай ятып йоҡлауҙарына ла әһәмиәт биреү кәрәк икән. Нисек йоҡлау һәйбәтерәк: салҡанмы, әллә йөҙтүбәнме?
Англия ғалимдары йөклө ҡатындарҙың йоҡлағанда ни рәүешле ятыуы менән ҡыҙыҡһынған. Әлегә тикшереү һөҙөмтәһе гипотезаға тартым. Шулай ҙа буласаҡ әсәләргә уйланырға урын бар.
Бала тапҡан бер нисә йөҙ ҡатындан йөклөлөктөң һуңғы айҙарында нисек ятыуы өйрәнелгән. Яралғының кислород менән тәьмин ителеүенә буласаҡ әсәнең ни рәүешле йоҡлауы йоғонто яһауы асыҡланған. Һул яҡ ҡабырғаһында йоҡларға яратыусыларға ҡарағанда, уң яғына ятыусы ҡатындарҙың балаһының үле тыуыуы йәки яралғыны юғалтыу хәүефе икеләтә юғарыраҡ булған.
В. АБДУҒӘЛИЕВА,
табибә.


Вернуться назад