Беҙҙең Башҡортостан һылыуҙары ниндәй генә бәйгеләрҙә ҡатнашып, ниндәй генә данлы исемдәр яуламаны! Уларҙың төрлө ҡитғаларҙа үткәрелгән конкурстарҙа еңеүселәр рәтендә булыуына күнегеп тә бөттөк, шикелле.
З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлаған, художестволы гимнастика буйынса спорт мастеры Анастасия Яковлева 12–27 сентябрҙә Ҡытайҙа үтәсәк “Донъя туризмы мисы-2018” халыҡ-ара конкурсында юғары титул өсөн көрәшәсәк. Бөтә планетанан йыйылған 60-тан ашыу һылыуҡайҙар араһында яҡташыбыҙҙың да ҡатнашыуы оло ғорурлыҡ.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы көсөргәнешле программа көтә. Иң мөһим этап — үҙеңдең тыуған илеңде презентациялаған милли тур. Анастасияға костюмды танылған башҡорт дизайнеры Альбина Жерлицына әҙерләгән. Таланттар конкурсында Башҡортостан ҡыҙы модерн стилендәге бейеүҙе башҡарасаҡ.
Анастасияның ҙур күләмле донъя проекттарында туплаған тәжрибәһе был юлы ла ярҙам итер, Башҡортостан ҡыҙы һынауҙы лайыҡлы үтер тип өмөтләнәбеҙ.