Баймаҡта йәшәүселәр кисә төндә шәхси хужалыҡта булған хәлдән ҡото алынған. Билдәһеҙ йәнлек бер нисә кроликты үлтергән. Аҫҡы ситлектәр генә асыҡ ине, «үлтереүсе» өҫкөһөнә үрелә алмаған, тип һөйләне социаль селтәрҙәге фотолар авторы.
«Төндә эт олоно, ләкин беҙ сыҡманыҡ. Нимә булырын кем белә? Кроликтарҙың береһенең башын һәм тәпәйҙәрен өҙөп алғандар. Берәүһен ашаған, ә башҡалары менән уйнаған кеүек», — тип хәбәр итте фотоһүрәттәр авторы.
Яҙылыусылар видеокүҙәтеү камераһын ҡуйырға кәңәш иткән.
«Түшкәләрҙе ситлек эргәһенә һалырға һәм видеокүҙәтеү ҡуйырға. Йыртҡыс булһа, табышы артынан килә ул. Кеше булһа, килерме икән», — тип билдәләне урында йәшәүсе.