Емешле хеҙмәткә оло хөрмәт12.09.2018
Көҙгө мул уңыш осоронда республиканың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы ҙур мәғәнәгә эйә. Йылдар дауамында эштәрен яратып, кинәнеп башҡарған уңғандарҙың хеҙмәт юлы ла көҙ байындағы кеүек емешле.

Республика үҫешенә дәүләт наградаларын баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән хеҙмәтсәндәргә дәүләт наградаларын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы. “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденына Башҡортостан Хөкүмәтенең финанс министры Рида Субханҡолова лайыҡ булһа, Салауат Юлаев ордены менән Башҡортостандағы суд департаменты идаралығы начальнигы Илдар Ағадуллин, яҙыусы Гөлнур Яҡупова бүләкләнде. Рәсәй Федерацияһының почетлы исемдәрен алғандар араһында һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, геология, конструкторлыҡ өлкәһендә эшләүселәр ҙә булды. Рөстәм Зәки улы алдынғыларҙы юғары наградалар менән ҡотлап, артабанғы эштәрендә ҙур уңыштар, сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф теләне.

З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды.


Вернуться назад