Ҡайынға һөйәлегеҙ11.05.2012
Ҡалала йәшәүселәр, айырыуса йәштәр, көноҙоно бинанан сыҡмай, һауа инмәгән, ҡояш нурҙары төшмәгән мөхиттән айырылмай. Ә унда температура ла тейешенсә, дымлылыҡ та нормаға ярашлы булмай, газ һәм башҡа микроорганизм да күпләп туплана.
Билдәле, быларҙың барыһы ла иммун системаһына кире йоғонто яһай. Ҡоро һауа, көн һайын физик күнекмәләр эшләгән осраҡта ла, организмдың көсө артмай. Сәләмәтлек өсөн тәбиғәт ҡосағындағы ялдан да файҙалыһы юҡ. Үҫемлектәрҙең күбеһенең тәбиғи антибиотик бүлеп сығарыуына ла иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, сәскә атҡан ҡайын иң көслө антибиотик һанала. 1-1,5 сәғәт йәйәү йөрөгәндә организм ифрат ҙур миҡдарҙа кислород менән туйына. “Йәшел терапия” буйлап биш кенә минут атлағанда ла һөҙөмтәһе иҫ киткес. Йылға йәки күл, быуа йәки шишмә буйҙарынан алыҫ түгел йөрөһәң дә файҙаһын һиҙерһегеҙ. Ул сағында үҙ-үҙеңә ышаныс арта һәм кәйеф күтәрелә. Шуға күрә ғалимдарҙың байтағы “йәшел терапия”ны мәктәптәрҙә иҫкәртеү программаларына индерергә тәҡдим итә, ә уҡытыусылар ҡайһы бер дәрестәрҙе тышта, саф һауала үткәреү яҡлы.