Рәсәйҙә йән башына һатылған алкоголь күләме 2010 йылдағы 8,9 литрҙан 6,6 литрға тиклем кәмегән. Был хаҡта Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иткәндәр.
Быға 2009 йылда эскелекте иҫкәртеү һәм алкоголь ҡулланыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән документтың ҡабул ителеүе лә йоғонто яһағандыр. Ошо ваҡыттан алып алкоголле эсемлектәргә акциздарҙы арттырыу, хаҡтарҙың арзан булыуын сикләү буйынса байтаҡ саралар ҡабул ителде. Өҫтәүенә араҡыға иң түбән хаҡты билдәләү сараһы законлаштырылды.