Бөтә донъя мосолмандары 1440 яңы һижри йыл башланыуын билдәләй. Бөгөн мөхәррәм айының беренсе көнө.
Был көндә мәсеттәрҙә вәғәз һөйләйҙәр, киләһе йылға муллыҡ-бәрәкәт теләп доға ҡылалар. Ул тыуыр алдынан ураҙа тотоу ҙур сауап һанала.
Мөхәррәмдең тәүге ун көнө яҡшы эштәр башлау өсөн бик мәслихәт. Был осорҙа элек-электән туйҙар үткәрелгән, яңы йортҡа нигеҙ һалынған. 10-сы Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоу фарыз.