“Урал батыр” нисә йәшендә?12.09.2018
Ғалим өсөн сиктәр юҡ ине...

Ер йөҙөндә йәшәүсе күп һанлы милләттәр араһында үҙен милләт, улай ғына ла түгел, бик боронғо милләт тип танытырға теләүсе һәр халыҡ донъя мәҙәниәте ҡаршыһына ошоно иҫбатлау өсөн тик бер генә дәлил – рухи ҡомартҡыһы менән генә килеп баҫа ала. Милләттең бәҫен, уның бүтәндәр ҡорондағы дәрәжәһен кешелек тарихы үҫешендә ҡылғандары, дөйөм цивилизация һәм дөйөм донъя мәҙәниәтенә индергән өлөшө билдәләй.

Ғалим Салауат Ғәлләмовтың “Урал батыр” нисә йәшендә?” тигән хеҙмәтендә тәү тапҡыр халҡы­быҙҙың мәшһүр эпосының йәше билдәләнде. Автор, ентекле күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп, уға 4 мең йыл йәш бирҙе. Салауат Ғәлләмов был хеҙмәтен яҙырҙан алда өс йыл буйы Сорбонна университеты һәм Ҡорт (Курд) институты китапханаһында эшләй. Беҙҙең илдә булмаған боронғо сығанаҡтарҙы өйрәнә, уларҙың башҡорт тарихына ҡағылыш­лыларын бергә йыйнау, хронологик тәртипкә һалыу эше менән шөғөлләнә. Бик ныҡышмалы эҙләнеүҙәр һәм археологик ҡомартҡыларға нигеҙләнеп яҙылған был хеҙмәтендә ул башҡорт мифологияһына өр-яңы баһа бирә, уның асылын күрһәтә. Урал башҡорттарының һәм беҙҙең эраға тиклемге 111 мең йыллыҡтағы шумер мифологияһының ҡәрҙәш­леген, туғанлығын, археологик ҡомартҡыларға нигеҙләнеп, б.э.т. 111 мең йыллыҡта уҡ Урал менән Месопотамия араһында Урта Азия аша мәҙәни бәйләнештәр булғанлығын иҫбатлай.

Мифтарҙы кешелектең үҫмер сағының ижады, фантазияһы һәм аҡылы тип баһаларға кәрәктер. Салауат Ғәлләмов раҫлауынса, миф – миҫал, намыҫ һүҙҙәренә нигеҙләнгән, заманында кешелектең үҙе өсөн бындай ижад юғарынан-юғары асыш иҫәпләнгән. Ул – телдән-телгә күсеп, кешелек тәжрибәһен һаҡлауға булышлыҡ иткән дәреслек, һабаҡ. Халҡы ҡомартҡыһын яттан белгән оҫталар уны ҙур йыйындарҙа көйләп уҡыр, һөйләп күрһәтер булған.

Бик күп мең йыллыҡтарҙы үҙ эсенә алған кешелек тарихын барлағанда беҙҙең аңыбыҙҙа халыҡтың ҙурлығын йә бәләкәйлеген билдәләү һәм баһалау ҡанундары формалашҡан. Беҙ инде байтаҡтан бирле ҙур майҙан биләгән, халҡы күп һанлы булған милләттәрҙең “бөйөк” тип баһаланыуына күнгәнбеҙ. Әммә мифология тип аталған интуитив ижадта бәләкәйҙәр ҙә, ҙурҙар ҙа юҡ. Бында үлемһеҙ ижад ҡомартҡылары тыуҙырыусылар иң ҙур баһаға лайыҡ.

Иң боронғо ҡомартҡылар менән кешелек сағыштырмаса яңыраҡ ҡына таныша алды. Балсыҡ таблицалар, папирустар, тире яҙыуҙар, ташҡа шына яҙыуҙар меңәр-меңәр йылдар хәрәбәләр, ҡорғандар аҫтында үҙ сиратын көттө. Кешелек аҡылы һәм фантазияһы емештәре булған был ҡомартҡылар зиһенебеҙҙе аяҙытып, бығаса йәшәп килгән байтаҡ төшөнсәләргә яҡтылыҡ төшөрҙө.

Халыҡтарҙың донъя төҙөлөшөн күҙаллауы, яҡшылыҡ менән яуызлыҡҡа мөнәсәбәте, кешенең ерҙәге урыны хаҡында фекер йөрөтөүе күп төрлө һәм үҙенсәлекле. Теге йәки был миф ижад ителгән мөхит, тәбиғәт күренештәре, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары бер-береһенән ярайһы айырыла. Вавилон мифологияһын Һиндостан, Һиндостандыҡын Ҡытай, Ҡытайҙыҡын Шумер һәм Мысыр мифологияһы менән бутау мөмкин түгел кеүек, әммә Салауат Ғәлләмов был үтә күп төрлө халыҡтарҙың бер үк һорауҙарға яуап эҙләүен, билдәһеҙлекте асыҡлау маҡсатында миф һәм легендалар ижад итеүенә анализ бирә.

Бынан йөҙ йылдан ашыуыраҡ элек немец ғалимы Отто Группе “Көнсығыш диндәренә мөнәсәбәте булған грек культтары һәм мифтары” тигән китап нәшер итә. 700 битлек ошо китабында ғалим ул саҡта билдәле булған ғилми әҙәбиәткә нигеҙләнеп, грек мифологияһына Көнсығыш мифологияһы йоғонтоһонан тыш шәреҡ мифологияһы йоғонтоһон да иҫбатлай. Группе, бүтән ғилми сығанаҡтарҙан тыш, грек авторҙарының фекерҙәренә лә таяна. Улар ҙа грек аллаларының көнсығыш сығышлы булыуын билдәләй. Был – ХIХ быуат. Европа державасылығының Көнсығышҡа көслө экс­пансияһы осоро.
Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәниәттәренең берҙәмлеге хаҡында һөйләгән немец ғалимының был китабы һалҡын ҡабул ителә. Әммә бөгөн дә милләттәр үҙгәреш кисергән, үҙ тарихына, үҙенең рухи ҡомартҡыларына өр-яңы ҡараш ташлау хоҡуғына өлгәшкән осорҙа ла, тарихҡа һәм уның айырылғыһыҙ өлөшө булған мифологияға иҫкесә мөнәсәбәттә тороусылар юҡ түгел.

Билдәле булыуынса, башҡорттар – этник, хатта раса йәһәтенән бик ҡатмарлы тарихи юл үткән, төрлө ҡәүемдәр ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән бик боронғо халыҡ. Башҡорттарҙың бер өлөшө тәүтөркиҙәргә ҡараһа, ҡайһылыр бер ҡатламы фин-уғырҙарға, күпмеһелер байтаҡҡа боронғораҡ фарсыларға (ирандарға) ҡарай. Салауат Ғәлләмов иһә, күберәк халҡыбыҙҙың иран-фарсы нигеҙҙәрен күҙаллап, “Урал батыр” эпосының тәүтөркиҙәр ҙә, фин-уғырҙар ҙа формалашып бөтмәгән саҡҡа барып тоташҡан тамырҙарын юллай.

“Палеолит һәм неолит осоро мифологияһы, – тип яҙҙы С. Ғәлләмов, – матриархат осоронда ижад ителгән. Ана шуға ла башҡорт мифо­логияһында батыр ирҙәр ҡатын-ҡыҙ хоҙайбикәләр ярҙамында еңеүгә өлгәшә. Шумер-аккад мифо­логияһында ла хоҙайбикәләрҙең роле юғары. Әммә шуныһына иғтибар йүнәлтергә кәрәктер: башҡорт мифологияһында, шумер-аккад мифологияһынан айырмалы булараҡ, тотемдарға өҫтөнлөк бирелә.

Башҡорттар, мәҫәлән, үҙҙәрен тәүатабыҙ Уралдың ҡатыны Һомай-ҡоштоң балалары тип иҫәпләй. Аҡҡош, торна итен ашауҙан тыйылыу ошоға бәйле. Эпос ижад ителгән осорҙа йәшәгән кешеләр аңлауынса, кешенең йәне абстракт төшөнсә түгел. Киреһенсә, башҡорттар йәнде, мәҫәлән, күбәләк сифатында күрә. Был образ “Урал батыр” эпосында ла, башҡорттарҙың бүтән ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрендә лә осрай. Телгә алынған башҡорт эпосында кешене ҡорбан итеү тасуирланғанда, уның б.э.т. Х – XI мең йыллыҡтарға ҡайтып ҡалыуы көн кеүек асыҡ. Ҡатил Уралға ошонда һорау бирә: “Минең ҡыҙым бойорғас, ни өсөн буйһонмайһың?” Урал иһә кеше үлтереү йолаһының уға билдәһеҙ булыуы хаҡында әйтә. Ә бит башҡорттарҙа ҡорбан тик атай-әсәй хөрмәтенә, бәпесте ҡойондорорға алған ҡойо хаҡына ғына килтерелә”.

Ғалимдың был хеҙмәте фәнни даирәләрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырһа ла, икеләнеүле фекерҙәргә лә юлыҡтырҙы. Ошо ыңғайҙан матбуғатта донъя күргән ҡараштар ҙа ҡапма-ҡаршылыҡлы булды. Ҡайһы бер авторҙар Салауат Абдрахман улының ҡыйыу фекерҙәрен хупланы, бәғзеләре инҡар итте.
Иң мөһиме, әлбиттә, шунда: Салауат Ғәл­ләмовтың ҡыйыу заң ҡағыуҙары бушҡа булманы, аҫыл ҡомартҡыбыҙ “Урал батыр” эпосына фольклорсы ғалимдарыбыҙ ҙа иғтибар итергә мәжбүр булды. Бына тиҫтә йылдан ашыу инде Баш­ҡортостанда эпосты яттан һөйләү конкурстары уҙғарыла. Мәктәп уҡыусылары республикабыҙҙың төрлө райондарында уҙғарылған был конкурстарҙа маһирлыҡтарын күрһәтә. Үкенесле, ундай йыйындар Салауатһыҙ үткәрелде, ә шулай ҙа халыҡ юҡҡа ғына “Изгелек эшлә лә һыуға һал!” тимәй.

...“Ағиҙел” журналы редакцияһына килеп ингәйне ул. Ҡулында рус телендә яҙылған ҡулъяҙмаһы бар ине. Кем икәнен танымағас, ҡулъяҙмаһын икеләнә биреберәк алып ҡалдым. Үҙен иркен тотҡан, ярайһы текәрәк егет. Уҡый башланым да хайран булдым. Сенсация ине был! Беҙ автор менән материалды журнал өсөн әҙерләргә тотондоҡ. Уны башҡортсаға тәржемә итеү минең елкәгә төштө. Материалды әҙерләгәндә, корректураны уҡытыр өсөн Салауаттың өйөнә лә барғыланым. “Әлифба”быҙҙың авторы Абдрахман Ғәлләмов ағай иҫ киткес ҙур китапхана туплаған булған икән. Салауаттарҙың фатирының бер бүлмәһе тотошлайы менән китаптарҙан ғына тора. Китаптар донъяһында тәрбиәләнгән кеше ниндәй булһын, әлбиттә, күп яҡлы белем эйәһе ине Салауат.

“Ағиҙел” журналында донъя күргән материал менән халыҡта ҡыҙыҡһыныу ҙур булыу сәбәпле, миндә уны “Китап” нәшриәте өсөн яңынан машинкала баҫып сығыу һәм ташҡа баҫтырыуға өлгәшеү теләге тыуҙы. Салауат Ғәлләмовтың иң тәүге ташҡа баҫылған китабы 1996 йылда 5 мең дана тираж менән “Роман-гәзит” формаһында донъя күрҙе.

“Урал батыр” эпосының бүтән байтаҡ халыҡтар эпостары ижад ителеүгә нигеҙ һалыуын иҫбат итеүҙән тыш, Салауат Ғәлләмов сағыштырма лингвистика менән дә ентекле шөғөлләнде. Уларға мөнәсәбәт белдерерлек ғилемем булмау сәбәпле, ғалимдың был йүнәлештәге хеҙмәттәренә белгестәр үҙ фекерен белдерер, тигән өмөттә ҡалам. Йәнә лә “Урал батыр” эпосы бөгөн бик күп телдәргә тәржемә ителде.

Салауатты Мәскәү, Европа, Шәреҡ илдәренең ғалимдары хөрмәт итте. Урыҫтар дөрөҫ әйтә ул: “Нет пророка в своем отечестве”... Инглиз телендә иркен һөйләшкән, китаптар уҡый алған ғалим өсөн сиктәр юҡ ине. Иранда ул ҡурдтарҙың мәҙәниәтен өйрәнде, ҡурд-башҡорт телдәрендәге уртаҡ һүҙҙәр һүҙлеген төҙөнө.

Китеп барған икән Салауат Абдрахман улы... Әрәм... Гүрҙәре яҡты булһын ине...


Вернуться назад