Ни өсөн Өфөнө һайлаған?12.09.2018
Секхар Сумит менән осраҡлы таныштыҡ. Ғаиләм менән милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында саф һауа һулап йөрөгәндә, кәләшемдең күҙлеге сәскәләр араһына осто. Берәү миңә ҡарағанда етеҙерәк булып сыҡты бит, тиҙ генә алды ла әйберҙе уға һондо. Бөтөнләй таныш булмаған йөҙ, ватандаштарыбыҙға ла һис оҡшамаған. Мөләйем ҡараш, муйыл кеүек ҡара күҙҙәр, хатта ҡуйы ҡара ҡаштарының бер-береһенә тоташыуы – барыһы ла шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Русса йомшаҡ һөйләшеүе уның сит ил гражданы икәнен еңел танытты. Уныһына ла күҙ йоморға мөмкин, иң мөһиме, егеттең ихлас һәм теләктәш булыуы шатландырҙы. Эргә-тирәбеҙгә бер ҡасан да битараф булмаһаҡ ине тигән уйҙар үтте баштан. Үҙемдең ҡыҙым Ҡытайҙа йәшәгән өсөн генә түгел, ғөмүмән, сит илдән килеүселәргә ихтирамым былай ҙа ҙур. Уның ярҙамсыл булыуын күргәс, хөрмәтем тағы ла арта төштө. Кемгәлер йылы һүҙ ҙә етә, тигәндәй, хәбәр тиҙ ялғанды.

– Һеҙҙең тарафтарға Һиндостан­дан килдем. Быға хәтлем бер ҡасан да Рәсәйгә аяҡ баҫҡаным булманы, шулай уҡ Башҡортостанда тәүге тапҡыр, – тип башланы һүҙен яңы танышым. – Дели ҡалаһында тыуып үҫтем, унда 16 миллион ярым тирәһе халыҡтың ҡайһылай мыжғып йөрөүен күреп белгәс, бындағы һиллеккә өйрәнә алмай аптыраным әле хатта. Өфө баштан уҡ күңелемә ятты. Ҡаланың тау башында урынлашыуы ҡыҙыҡ, етмәһә, уны йылғалар уратып алыуы күркәмлек өҫтәй. Был ҡала йыйнаҡ, ә Дели шул тиклем тарҡау урынлашҡан, бер осонан икенсеһенә барып етеү өсөн әллә күпме ваҡыт кәрәк.

Мин – Башҡортостан дәүләт медицина университетының I курс студенты, имтихандарҙы уңышлы тап­шырғас та, тыуған төйәгемә ҡайтып китәсәкмен, каникулға. Булмышым шундай – төрлөлөк яратам, сәйәхәт итеү шулай уҡ миңә хас. Курсташ­тарымдың да, дуҫ-иштәремдең дә барыһы ла ни өсөн Өфөнө һайлауым тураһында ҡыҙыҡһына. Мәктәпте тамамлағас, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Эйе, бүтән илдәрҙә туҡталғандар ҙа бар ине. Һайлау алдында торғанда, интернет ярҙамға килде – документтарҙы ебәреүгә күп тә үтмәне, “Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға алындығыҙ” тигән шатлыҡлы хәбәр килде.

Атайым Субхендра Кумар Даш – физиотерапевт, Дели ҡалаһында күренекле врач. Әсәйем Расмита Даш – хужабикә, йорттағы мәшәҡәт­тәр уның иңендә. Бында тәрән белем алыу өсөн килдем, яҡындарым әйтмешләй, төп эшем – уҡыу. Беҙҙең илдә кешеләр төрлөсә йәшәй, шуны беләм, кем белемле һәм эшһөйәр, улар хәллеләр исемлегендә. Матур йәшәүҙе берәү ҙә тыймаған – йәшерен-батырын түгел, ә ниңә минең эш хаҡым атайымдыҡынан юғарыраҡ булмаҫҡа тейеш. Һәр хәлдә, шуға ынтылам.

Дуҫ-иштәр таптым, улар миңә һәр йәһәттән дә ярҙам итә. Иптәштәрем араһында башҡорттар ҙа бар. Рус телен үҙаллы өйрәндем, башҡорт телен үҙләштерергә лә теләгем көслө.


Вернуться назад