Бөгөнгө тормошто интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе һис кенә лә мөмкин түгел. Ғәжәп, уйлана башлаһаң, ә элек унһыҙ нисек йәшәгәнбеҙҙер?! Һаман да хәтерҙә, интернет йортобоҙға килеп ингәндә, ҡыуаныстың сиге юҡ ине. Яй эшләүенә лә риза инек, тик һүнеп кенә ҡуймаһын. Ваҡыт елдән дә шәберәк елгән осорҙа ғүмер итәбеҙ. Хәҙер иһә юғары тиҙлектәгеһе хатта төпкөл ауылдарға ла барып етте. Өйҙән сыҡмайынса ғына донъялағы бар яңылыҡтар менән шунда уҡ танышырға мөмкин.
Яңыбай Ейәнсура районында төпкөл ауылдарҙан һанала. Ышанаһығыҙмы, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бындағы тормош күптәрҙе көнләштерерлек. Йә булмаһа, һүҙҙе Яңыбай урта мәктәбе директоры Фәймә Ишмөхәмәтованың үҙенә бирәйек.
– Маҡтаныу тип ҡабул итмәгеҙ, беҙҙең мәктәп һәр йәһәттән дә алдынғы, – тип башланы һүҙен Фәймә Әхмәтсәғит ҡыҙы. – Компьютер класы бар, кластарҙың һәр береһендә вай-фай эшләй. Педагогтарҙың эшен еңеләйтеү маҡсатында уларға ноутбук таратып бирҙек. Ә башланғыс кластарҙың икәүһендә интерактив таҡта элдек. Әйткәндәй, уңыштарын иҫәпкә алып, күптән түгел география уҡытыусыһына ла ноутбук тотторҙоҡ.
Нисек кенә булмаһын, кибернетика сәскә атҡан осорҙа ғүмер итеү бәхете тейҙе беҙгә. Шатланмаҫлыҡмы ни! Уҡыусы бала компьютерҙы тоҡандырғас та, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар менән осрашмаһын, тигән уй-ниәтте тормошҡа ашырҙыҡ. Ул ни өсөн кәрәкме? Берҙәм дәүләт имтиханына, дөйөм дәүләт имтиханына әҙерләнгәндә еңел, төрлө конкурстар тураһында ла шуны әйтергә мөмкин.
Шул иғтибарға лайыҡ, киләсәктә юғары тиҙлектәге интернет бөтә төпкөл ауылдарға ла барып етәсәк. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов был хаҡта йыш телгә ала. “2024 йылға хәтлем төбәктең бөтә мәктәп һәм колледждарында ла юғары тиҙлектәге интернетҡа инеү мөмкинлеге буласаҡ”, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә. Ә уға тиклем тура эфирҙа халыҡтың һорауына яуап биргәндә лә ошо турала билдәләне.
Республикабыҙҙа мәктәптәргә интернет үткәреүҙе тиҙләтеү программаһы ҡабул ителгән, ул уңышлы эшләй. Ябай интернет ҡына түгел, ә юғары тиҙлектәге интернет (секундына 100 Мбит һәм унан да тиҙ) тураһында һүҙ бара.