Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн һыуҙы күп эсергә кәңәш итәләр. Организм өсөн тәүлегенә 1,5 литрҙан ашыу шыйыҡлыҡ талап ителә. Әгәр ҙә ике-өс литр ҡуллана алаһың икән, бигерәк тә һәйбәт. Шул уҡ ваҡытта емеш-еләк һутына, артыҡ минералләнмәгән һыуға һәм үлән сәйенә өҫтөнлөк биреү кәңәш ителә. Ә бына ҡаты сәй һәм кофе организмды һыуһыҙландырыуға килтерә, ти белгестәр.
Шыйыҡлыҡты күпме ҡулланыуығыҙҙы белеү өсөн көнөнә 1,5 литр эсемлек әҙерләгеҙ һәм уны әкренләп эсегеҙ. Шул сағында көноҙоно һыуһынығыҙҙы нисек ҡандырыуығыҙҙы аныҡ белә алаһығыҙ.