“Иң ҙур” кешенән — ҙур рәхмәт03.12.2011
Республиканың “иң ҙур” кешеһе – Бүздәк районының Уран ауылында йәшәүсе Ирек Ғабдрахмановтың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогына хат яҙыуы, ауыр кәүҙәле кешеләрҙең проблемаларына иғтибар етмәүе, республика етәксеһенең уның мөрәжәғәтенә битараф ҡалмауы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде.
Ауырлығы 300 килограмдан ашҡан, 120-се үлсәмле кейем-һалым кейгән уҙаманға Башҡортостан Президенты үҙенсәлекле бүләк яһаны: баш ҡаланың ательеларының береһендә уға кейем-һалым һәм аяҡ кейеме тектеләр. Махсус заказдың хаҡы 41 мең һум тип баһаланды, сығымды Рөстәм Хәмитов шәхси иҫәбенән ҡапланы. Кисә әҙер кейемдәр Ирек Ғабдрахмановҡа тапшырылды. “Иң ҙур” кеше республика етәксеһенә ҙур рәхмәтен еткерҙе, шулай уҡ баш кейемен хәстәрләгән Өфө ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә изге теләктәрен юлланы.