Балыҡҡа — таҙа намыҫ менән12.09.2018
Суд приставтары республика йылға-күлдәрендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығының Бәләкәй үлсәмле суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар ойоштора.

Күптән түгел генә бындай сара бурыслыларҙы асыҡлауға йүнәлтелде. Һөҙөмтәлә ике ведомство хеҙмәткәрҙәре мөлкәт характерындағы эштәр буйынса бурысын түләүҙән тайпылған йылға транспорт хужаларын яуаплылыҡҡа тарттырҙы. Рейдтар барышында шулай уҡ административ штраф, һалым, алимент, йылға транспортын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф түләтелде.

Саралар Дәүләт автоинспекцияһы рейдтарына оҡшаш схема буйынса ойошторолдо. Бәләкәй судноларҙы туҡтатып, ноутбук ярҙамында башҡарыу эштәренең мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерәләр, инспекциялағы мәғлүмәттәр менән сағыштыралар. Кәмәлә йөрөргә яратҡандарҙың, балыҡсыларҙың бурысы асыҡланған осраҡта мөлкәт ҡулға алына. Мәҫәлән, күптән түгел Бәләбәй районында моторлы кәмәне ҡулға алдылар. Уның хужаһы һалым йөкләмәһе буйынса, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысын түләмәгән. Йәмғеһе 252 мең һумлыҡ түләү йыйылып киткән. Яҡын арала ул тәғәйен сумманы түләмәһә, кәмәһенән ҡолаҡ ҡағасаҡ.

Бындай саралар иҫкәртеү йәһәтенән дә әһәмиәтле булып тора, тәртип боҙоусыларға, бурыслыларға ҡаршы һөҙөмтәле көрәш алымын да тәшкил итә. Суд приставтары күңелһеҙ хәлдәр тыумаһын өсөн бурысты ваҡытында түләргә саҡыра.



Вернуться назад