Юлда ла тотолоуың ихтимал12.09.2018
Йыл башынан алып “Юл приставы” рейдтары нигеҙендә 4 миллион 270 мең һумлыҡ бурыс түләтелгән. Шул уҡ ваҡытта бурыслыларҙың 123 транспорт сараһы ҡулға алынған.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы структур подразделениелары хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ инспекторҙары менән бергә “Юл приставы” аппарат-программа комплексын файҙаланып, бурысын түләүҙән тайпылған кешеләрҙе асыҡлау йәһәтенән рейдтарҙы дауам итә. Бындай саралар мәсьәләне ыңғай хәл итеү мөмкинлеген бирә, бер үк ваҡытта граждандарҙы үҙ теләге менән бурысын ваҡытында түләүгә йәлеп итә. Суд приставтары һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ведомстволарҙың рәсми сайттарында бурыстың булыу-булмауын асыҡларға ярҙам иткән онлайн хеҙмәттәрҙең эшләүе хаҡында белдерә. Улар — Башҡарыу эштәренең мәғлүмәттәр банкы (http://r02.fssprus.ru/iss/ip), “Штрафтарҙы тикшереү” киҫәге (https://гибдд.рф/check/fines). Шулай уҡ Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бурыс тураһында мәғлүмәт алырға һәм уны түләргә мөмкин.

“Юл приставы” аппарат-программа комп­лексы түләүе булған кешеләрҙе, уларҙың мөлкәтен асыҡлау йәһәтенән һөҙөмтәле сара. Ҡулайлама бер нисә юл һыҙатын сканерлай ала. Ул транспорт ағымында бурыслыларҙың автомобилен билдәләй. Әйткәндәй, был эште аппарат хатта төндә лә башҡара ала. Комплекс яуым-төшөмгә бирешмәй, түбән температура шарттарында ла эшләй.
Республикабыҙҙа бындай ҡулайлама 2013 йылдан файҙаланыла.



Вернуться назад