Халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итәсәк12.09.2018
Бөгөн районда социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарыла. Билдәле булыуынса, 2013 йылда Әбйәлил районы ямғырҙар һөҙөмтәһендә ҙур зыян күрҙе. Ташҡында 19 күпер емерелде, уларҙың күбеһе ҡайтанан төҙөкләндерелде, әле яңылары төҙөлә. Мораҡай һәм Таштимер ауылдарында ташҡынға бирешмәй торған, халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итәсәк өр-яңы ике күпер төҙөлә.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь-хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Мәхийәнов менән Йәнгел йылғаһы аша төҙөлөүсе күпер менән яҡындан танышыу маҡсатында юлға сыҡтыҡ. Көҙгөләй ялтыраған асфальт юл аша тиҙ арала Таштимер ауылына килеп туҡтаныҡ. Хәйер, күпер төҙөлөшө тамамланыу алдында.

— Районда бөтәһе 23 күпер бар, шуның 22-сеһе төҙөлә, — тип һүҙ башланы Фуат Рәфҡәт улы. – Төҙөлөш эштәре үткән йыл көҙөн башланды, ҡыш буйы объекттарҙа эш дауам итте. Күперҙәрҙең бетон конструкциялары ҡоролдо.

Был эштәрҙең барыһы ла республика ҡаҙнаһынан финанслана. Мораҡай ауылын икегә бүлеп аҡҡан Кесе Ҡыҙыл йылғаһы аша һалынған күперҙе ауыл халҡы оҙаҡ көттө. Яҙғы ташҡында мораҡайҙар күп осраҡта ике ярҙа ҡала торғайны. Хатта уҡыусылар мәктәпкә бара алмаған осраҡтар ҙа булды. Бөгөн ауылдың йөҙө һәм ҡото булырлыҡ күпер тиҙҙән сафҡа инәсәк. Уның оҙонлоғо — 53, киңлеге — 7, бейеклеге 4,5 метр тәшкил итә. Төҙөлөштө Өфө ҡала­һынан “Магистраль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре башҡара.

Ташҡындан һуң үҙ көстәре менән ре­монт­лаған күпер, ысынлап та, йәйәүлеләр өсөн генә түгел, траспортта йөрөүселәргә лә ҙур хәүеф тыуҙырған. Яңы сафҡа инәсәк күпер төҙөлөшөндә ташҡын ваҡытындағы хәүефһеҙлектәр иҫәпкә алып эшләнелгән, тығындар булмаһын өсөн аныҡ саралар күрелгән. Объекттың дөйөм хаҡы — 30 миллион һум.

Йәнгел аша һалынған күперҙә лә һуңғы эштәр бара. Әбйәлил юлсылары юлдарға билдәләр ҡуйһа, күпер төҙөүселәр йәйәүлеләр өсөн тәғәйен­ләнгән тротуарҙы тикшерә. 48 метр оҙонлоғондағы был күперҙе монтажлау өсөн республика ҡаҙнаһынан 55 миллион һум аҡса бүленгән.

Бында Силәбе өлкәһенән “Уралмостстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре эшләй. Участка начальнигы Антон Попенов әйтеүен­сә, заманса төҙөкләндерелгән күпер заман талаптарына ярашлы төҙөлгән. Иң мөһиме — ташҡынға бирешмә­йәсәк, ти ул. Йылға аша сығыу элек балалар өсөн ҙур хәүеф тыуҙырһа, әле күпер янында туҡталҡа урынлаш­тырылған. Райондың иң күп автомобиль селтәрен тәшкил иткән был урын үҙенең уңайлы булыуы менән генә түгел, ә матурлығы менән дә юлсыларҙың иң яратҡан урынына әйләнер, ти уны төҙөүселәр.

Сентябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ объекттар менән яҡындан танышҡас, район хакимиәте урынбаҫары Фуат Мәхийәновтың “Бындай күперҙәр халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итәсәк”, — тигән һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.

Әйткәндәй, райондың 23-сө күпере Айғырбатҡан ауылында Иҙәш йыл­ғаһы аша һалынған. Киләсәктә был күперҙе лә яңынан сафҡа индереү ҡарала.


Вернуться назад