Һуңғы йылдарҙа торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн файҙаланылған тәбиғи газға, электр энергияһына хаҡтарҙың “тешләшеүе” күп фатирлы йорттарға йылылыҡ биргән үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә тотонолған сығымдарҙың саманан тыш артыуына килтерҙе.
Бында йәшәгәндәрҙең коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшергә теләмәүе лә бихисап проблема тыуҙыра. Әбйәлил район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь-хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Мәхийәнов әйтеүенсә, ҡасандыр төҙөлгән ике ҡатлы фатирҙар яҙмышын хәл итеүҙең берҙән-бер һөҙөмтәле сараһы — был йорттарҙы айырым йылытыуға күсереү.
— Йылытыу миҙгелен аварияһыҙ үткәреү, йорттарға йылыны ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ биреү өсөн ҡаҙанлыҡтарҙың яҡшы булыуы мотлаҡ. Был тәңгәлдә Асҡарҙың бер нисә урамын, социаль объекттарҙы йылы менән тәьмин иткән “Арҡайым” ҡаҙанлығы күптән туҙғанлыҡтан, йылытыу миҙгелендә күп проблема тыуҙырҙы.
Быйыл, ниһайәт, күптән хәл ителмәгән мәсьәләне “сисә” алдыҡ, был эштәргә республика ҡаҙнаһынан 30, 2 миллион һум аҡса бүленде. Район үҙәгендә ике блоклы ҡаҙанлыҡ сафҡа инде, барлығы өс йортта урынлашҡан 72 фатир хужаһының йылытыу торбалары алмаштырылды, һәр йортҡа ҡаҙанлыҡ ҡуйыла, газ плитәһе алмаштырыла. Күрһәтелгән хеҙмәттең ниндәйҙер өлөшө йорт хужалары иҫәбенә ҡаплана. Шулай уҡ Асҡарҙың Таһир Кусимов исемендәге гимназияһы, полиция һәм янғын һүндереү часы биналары шәхси йылытыуға күсәсәк, — ти Фуат Рәфҡәт улы.
Бригадир Азат Заһиҙуллин үҙ эшен яҡшы белә: фатир хужаларының теләген иҫәпкә алып эш итергә тырыша.
— Элекке торбалар күптән сереп, тутығып бөткән. Яңылары йорт хужаларына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Фатир хужалары беҙҙе аңлап ҡабул итә, хатта үҙҙәре лә ярҙамлашырға әҙер тора, — ти ул.
2007 йылдан алып ошо йортта йәшәүсе Гөлсирә Әхмәткирәеваның ҡыуанысы ҙур. “Ниһайәт, беҙҙең өшөп-туңыуыбыҙ бөтөр тигән ышаныстамын. Ҡыш бүлмәлә 11 градус йылы була торғайны, һыуыҡта кейенеп йөрөнөк. Етмәһә, йылылыҡ өсөн юғары хаҡ түләнек, хәҙер ул проблемаларҙың барыһы ла хәл ителер”, — тине ул.
Санаңды — йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә, ти халҡыбыҙ. Ҡышҡылыҡҡа дәррәү әҙерләнгән әбйәлилдәр ҡышты нисек уҙғарыр — ваҡыт күрһәтер.
Әйткәндәй, “Көнсығыш-2” биҫтәһендә 20 километр оҙонлоғонда газ торбалары һалына, йыл аҙағына тиклем бында тулыһынса йорттар (йорт хужаһының теләге буйынса) “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыласаҡ. Район ҡаҙнаһынан 70 миллион һум аҡса бүленгән. Район ауылдарының 83 процентында газ үткән, киләһе йыл “Көнсығыш-1” биҫтәһендә тулыһынса газ үткәреләсәк.