Тупаҡтарҙың шатлығы ҙур12.09.2018
Шулай булмайса, ниһайәт, ауыл халҡының нисәмә йыл көткән хыялы тормошҡа ашты. “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект” проектына ярашлы, төҙөлөш эштәре башланды. 120 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан 140 миллион һум аҡса бүленгән. Объектты тапшырыу ваҡыты — киләһе йылдың август айы. Тимәк, икенсе йыл тупаҡтар яңы уҡыу йылын өр-яңы белем усағында ҡаршы аласаҡ.

Әле төҙөлөштөң ҡыҙған сағы: эшселәр мәктәптең икенсе ҡатын күтәрә, шулай уҡ балалар баҡсаһын төҙөүҙә лә эш йылдам бара. Эшкә 23 кеше йәлеп ителгән, шуның дүртәүһе — ауылдыҡылар. Өфө ҡалаһынан тендерҙа еңеп сыҡҡан “Прогресс” компаниялар төркөмө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте прорабы Хәлил Суфиянов әйтеүенсә, төҙөлөш эштәрендә тотҡарлыҡтар юҡ. Барыһы ла үҙ ваҡытында бара, графиктан ситләшеү күҙәтелмәй. Предприятие төҙөлөш материалы менән ваҡытында тәьмин ителә, өҙөклөктәр күҙәтелмәй. “Эшселәр үҙ эшенә яуаплы ҡарай, нисек инде балаларға тәғәйенләнгән бинаны илке-һалҡы эшләү мөмкин?!” — ти Хәлил Әнүәр улы.

Бынан бер нисә йыл республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Тупаҡ ауылында булып, 1960 йылдарҙа төҙөлгән мәктәп менән яҡындан танышҡайны. Ауылда йәштәрҙең яңы йорттар һалыуы, йылдан-йыл сабыйҙарҙың күп тыуыуы Тупаҡта өр-яңы балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү кәрәклеген тиҙләтте. Әйткәндәй, Тупаҡ — районда балалар тыуымы буйынса арта барған берҙән-бер ауылдарҙың береһе. Йәштәрҙең күбеһе күрше Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләһә лә, ауылда төпләнә, яңы йорттар һала. Былтыр ауылда 18 бала донъяға килгән, быйыл был һандың артыуы көтөлә.

— Был төҙөлөш — ауыл халҡының күптән көткән һәм иң кәрәкле төҙөлөштәренең береһе, — ти мәктәп директоры Гөлсөм Дәминдәрова. – Белем байрамын барыһы ла оло ҡыуаныс менән ҡаршы алды, сөнки иҫке уҡыу йорто янында өр-яңы мәктәптең төҙөлөүе ауылдаштарҙың күңелен күтәрә. Уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләр көн һайын күпме кирбес һалыныуын, төҙөүселәрҙең ниндәй эштәр атҡарыуын күҙәтеп кенә тора. Түҙемһеҙлек менән көтө барыһы ла. Әле мәктәптә ике сменала 110 бала уҡый, ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын күрше Таштимер, Асҡар мәктәптәренә йөрөтөп уҡытырға мәжбүр, сөнки беҙҙә урындар етмәй. Яңы мәктәп сафҡа инһә, уҡыусылар һаны тулмаясаҡ тигән хәүеф юҡ, сөнки улар күп. Балалар баҡсаһына 50-нән ашыу сабый йөрөй, күптәре — өләсәйҙәре янында. Барыбыҙ ҙа яңы белем усағын көтәбеҙ, — тип оҙатып ҡалды беҙҙе Гөлсөм Хәлидар ҡыҙы.

Кем белә, киләһе йылда Тупаҡ ауылы халҡының шатлығын беҙгә лә уртаҡлашырға насип итер әле. Төҙөүселәргә уңыштар теләйек, һыуыҡтар башланғансы тыштағы эште тамамлап, эстәге йөҙләү-биҙәүгә тотонорға яҙһын.


Вернуться назад