Бөтә Рәсәй “Йәшә, урман!” акцияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы “Үҙ ағасыңды ултырт” экологик акцияһын уҙғара. Сара төп тәғәйенләшенән тыш тәбиғәткә, урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатын да ҡуя. Акцияға Башҡортостан Журналистар союзы ла әүҙем ҡушылды.
Быйыл ағас ултыртыу өсөн Өфөләге Урмансылар паркы һайланған. Республиканың үҙәк баҫмалары, радио, мәғлүмәт агентлыҡтары журналистары паркта 30 төп тирәк ултыртты. Улар үҫентеләр нығынып киткәнсе тәрбиәләп торорға тейеш.
– Башҡортостандың Урман хужалығы министры ярҙамсыһы Айрат Искәндәров “Үҙ ағасыңды ултырт” акцияһында ҡатнашыу тәҡдиме менән сыҡҡас, сараға ихлас ҡушылдыҡ. Халыҡ күп булыр тип уйламағайныҡ, әммә 50-нән ашыу коллегабыҙ акцияға үҙ өлөшөн индерҙе. Быйылғы йыл журналистар өсөн айырыуса әһәмиәтле – Рәсәй журналистар союзы барлыҡҡа килеүенә 100 йыл. Беҙ ултыртҡан ағастар шаулап үҫер, ҡәләм оҫталары тураһында яҡшы иҫтәлек булыр, – ти Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков.
Акцияла ҡатнашырға теләгәндәрҙе Урман хужалығы министрлығы ағас үҫентеләре, эш ҡоралдары менән үҙе тәьмин итә. Урман хужалығы белгестәре ағасты нисек дөрөҫ ултыртырға өйрәтә. Сараға һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ.