Өфөлә йәштәр өсөн Карьера төҙөү көндәре башланды. Сара сиктәрендә Конгресс-холда “Уңышлы һәм шөғөллө булыу – трендлы булыу” (PROFуспех) тигән I республика форумы үтте.
Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йәштәр тураһында һәр йәһәттән дә хәстәрлек күреү – өлкәндәрҙең мөҡәддәс бурысы.
Пленар өлөштән һуң face2face исеме аҫтында ун әңгәмәләшеү майҙаны эшләне, “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо, оҫталыҡ дәресе үткәрелде, семинар-практикумда ҡатнашыусылар ҙа күп булды, ғалимдар лекция уҡыны.
12 – 13 сентябрҙә сара сиктәрендә “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында фестиваль үтәсәк. Сарала Рәсәй төбәктәренән дә йәштәр ҡатнаша.