Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрестан һәм хәүефләнеүҙән дарыу төймәһе йәки башҡа дауа ярҙамында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе башҡа ысулдар менән дә ҡотолорға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр.
Ғалимдар раҫлауынса, медитация һауыҡтырыу көсөнә эйә. Әммә күптән түгел тағы ла һөҙөмтәлерәк алым табылған, ул — ҡосаҡлашыу. Швеция тикшеренеүселәре, тәжрибә үткәреп, ошондай һығымтаға килгән. Ҙур ихласлыҡ, йылылыҡ менән ҡосаҡлашыуҙың бына тигән дауалау көсөнә эйә булыуы асыҡланған. Кеше бер-береһенә һыйынышҡанда, мейенең ҡәнәғәтлек тойғоһо алыу үҙәге әүҙемләшә икән. Шул саҡта мейеләге ауыртыныу йәки стресс хаҡындағы мәғлүмәт өсөн яуаплы башҡа системаларҙың эше һүлпәнәйә. Шуға күрә кеше тиҙерәк тыныслана һәм ауыртыныу-һыҙланыу үтә, тип аңлата белгестәр.
Был теория кешенең иңбашынан ҡосаҡлап һәм күкрәгенә ҡыҫып йәлләүен аңларға ла ярҙам итә, тиҙәр.