Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе.
Рәсәй Пенсия фонды эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын, эш биреүселәр улар өсөн күсергән страховка иғәнәләрен иҫәпкә алып, ҡайтанан хисаплай. Бының өсөн ғариза яҙыуҙың кәрәге юҡ,п эш үткән йылға пенсия балдарын арттырыу иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Уға ҡартлыҡ, инвалидлыҡ буйынса һәм ҡараусыны юғалтыу сәбәпле, страховка пенсияһы алыусылар хоҡуҡлы. Ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы йыл һайын – 1 августан, ә ҡараусыһын юғалтыу сәбәпле пенсия иһә ул тәғәйенләнгәндең киләһе йылында 1 августан ҡайтанан иҫәпләнә. Ҡайһы бер осраҡта (мәҫәлән, кеше тәрбиәһенә мохтаж булған эшкә һәләтһеҙ ғаилә ағзаларының һаны артҡанда) документ буйынса пенсия күләме үҙгәрә икән, ғариза яҙыу фарыз.
***
Страховкалаусыны алмаштырыу – быны биш йылға бер тапҡырҙан күберәк эшләһәгеҙ, әүәлге страховкалаусы тарафынан алынған инвестиция килеменең бер өлөшөн юғалтырға мөмкин.
Әлеге страховкалаусының сығымы ҡапланмаһа, ҡайһы бер осраҡтарҙа ваҡытынан алда икенсе страховкалаусыға күсерелгәндә, пенсия аҡсаһы сығымды ҡапламайынса тапшырыла. Рәсәй Пенсия фонды страховкалаусы булһа, идарасы компанияны йәки уның инвестиция портфелен килемде юғалтмайынса йыл һайын алмаштырырға була.